Башҡортостанға Ҡырым делегацияһы килде

Башҡортостанға Ҡырым делегацияһы килде https://bash.news/news/88321_bashortostana_yrym_delegaciyay_kilde
18 ғин 2019, 23:13

Ҡунаҡтар бөгөн республика етәкселеге менән осрашып эшлекле, сауҙа-иҡтисади, мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу хаҡында фекер алышты. Ярымутрау ҡунаҡтары сәнәғәт предприятиелары һәм социаль объекттар эшмәкәрлеге менән дә танышты.

Республика клиник перинаталь үҙәге гүзәл заттарға әсәлек бәхете бүләк иткән медицина учреждениеһы. Табиптар йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, хәүеф төркөмөндә булған сабыйҙарға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтә. Йылына бында уртаса ун мең бала тыуа, шулай уҡ Өфө белгестәре район-ҡалаларҙа йәшәүсе пациенттарға дистанцион консультациялар ҙа ойоштора. Республикала йәшәүселәр перинаталь үҙәк мөмкинлектәрен юғары баһалай.

Ҡырым делегацияһы фекеренсә, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эш тәжрибәһен үҙләштереүгә лайыҡ. Ҡунаҡтар Өфөләге Ядер медицинаһы үҙәгендә, 32-се поликлиникала булды. Улар Башҡортостанда уңышлы тормошҡа ашырылған "Һаҡсыл поликлиника" проектын үҙҙәрендә индерергә ниәтләй.

“Күп ҡатлы йорттоң тәүге ҡаттарында урынлашҡан балалар поликлиникаһы менән дә таныштыҡ. Кескәй пациенттарға, уларҙың ата-әсәләренә уңайлы булһын өсөн бинала һәр метр уйланып эшләнгән. Коляскалар ҡуйырға айырым урындар, уйын бүлмәләре бар. Медицина ярҙамын алыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Был үҙәк проекттарын үҙебеҙҙә лә ҡулланырға ниәтләйбеҙ”.

Алла Пашкунова, Ҡырым Республикаһының министрҙар советы рәйесе урынбаҫары

Ҡырым республикаһы башлығы Сергей Аксенов менән осрашыуҙа Радий Хәбиров билдәләүенсә, һуңғы биш йыл эсендә республика менән ярымутарау араһында дуҫтарса, йылы мөнәсәбәт урынлашты, хеҙмәттәшлекте тағы ла киңәйтеү өсөн мөмкинлектәр етерлек. Сергей Аксенов үҙ сиратында Башҡортостан халҡына Белогорский районындағы социаль объекттарҙы тергеҙеүҙә ярҙамы өсөн рәхмәт белдереп Сибай балаларын үҙҙәренә ял итергә саҡырҙы. Ҡырым ярымутрауы бөгөндән үҙҙәрендә Сибайҙан 500 баланы ҡабул итергә әҙер. Дуҫлыҡ ауырылыҡта һынала, тине Радий Фәрит улы.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Я хочу от имени всех башкортостанцев поблагодарить за Ваше предложение. Вчера мы обсуждали ситуацию в нашей республике, в Сибае, где имеет место ситуация с горением карьера, и наши детишки находятся в некомфортных условиях. Я очень признателен Вам за предложение буквально с завтрашнего дня взять наших детей на лечение и профилактику в санатории Крыма. Поэтому от всех нас Вам низкий поклон”.

Радий Хәбиров Сергей Аксеновҡа рәхмәт белдереп "Халыҡтар дуҫлығы" орденын да тапшырҙы. Киләсәктә Ҡырымда һаулығын нығытыусы яҡташтарыбыҙ иҫәбе лә артырға тейеш. Евпатория ҡалаһында республика ҡарамағына бирелгән шифахананы төҙөкләндереү башлана, ул 10 гектар тирәһе майҙанды биләй. Был зонала дауаланыу, ял итеү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу ҡарала. Шифаханала балалар үҙҙәре лә, әсәләре менән дә ял итәсәк. Бынан тыш, төрлө йәштәге спортсылар һаулығын нығыта ала.

Ренат Ғәлимов, Ҡырым Республикаһының Евпатория ҡалаһындағы "Юбилейный" шифаханаһы директоры: “Евпатория ҡалаһындағы "Юбилейный" шифаханаһын төҙөкләндереү 4 этапта барасаҡ, төҙөлөш, ремонт эштәре 2023 йылға тиклем иҫәпләнгән. Иң беренсе дауалау-һауыҡтырыу корпусын сафҡа индереү талап ителә. Артабан инде йоҡо корпустары, ял паркы, күп функциялы спорт комплексын файҙаланыуға тапшырыу ҡарала”.

Бөгөн ике яҡ араһында өс хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды. Был документтар нигеҙендә Өфө һәм Симферополь ҡалалары, ике республиканың үҫеш корпорациялары араһында бәйләнештәрҙе киңәйтеү ҡарала. Тағы бер килешеү транспорт системаһына ҡағыла, уға ярашлы, Ҡырым юлдарында Өфө заводында йыйылған троллейбустар тест үтәсәк.

Михаил Селезнев, Ҡырым Республикаһының министрҙар советы рәйесе: “Өфө троллейбустарының аккумуляторҙары 60-70 километр автономлы рәүештә хәрәкәт итеү мөмкинлеге бирә. Ә был ярымутрау өсөн бик мөһим, сөнки электр энергияһы булмаған урындар бар”.

Бынан тыш, киләсәктә Башҡортостандың "Нефаз" предприятиеһы ярҙамында Евпаторияның трамвай паркын яңыртыу ҡарала. Киләсәктә ике яҡ араһында туристар ағымын арттырыу ҙа ҡарала, 5 йыл элек башланған хеҙмәттәшлек үҙ емештәрен бирә.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостанға Ҡырым делегацияһы килде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA