Республиканың милли музейында

Республиканың милли музейында https://bash.news/news/88323_respublikany_milli_muzejynda_yanantau_geoparkyna_arnalan_fotokrgm_asyldy
18 ғин 2019, 23:16

Салауат районы бай тарихлы төбәк. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған ере, был хозур төбәктә эҙәрмән-ғалим һәм сәйәхәтсе Симон Паллас булған. Ул беренселәрҙән булып янартау Янғантауҙы ентекле өйрәнеп, бөтә донъяға таныта. Батша фотографы Сергей Прокудин-Горский иһә бер быуат элек Яхъя ауылында йәшәүселәрҙе төҫлө фотоһүрәттәрҙә һынландыра.

Уларҙың шаҡтай өлөшө Америка конгрессы китапханаһында һаҡлана. Күргәҙмәне асыуҙа Сергей Прокудин-Горский фотообъективында сағылдырылған шәхестәрҙең ейәнсәрҙәре һәм бүләсәләре лә ҡатнашты.

Зилә Яппарова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре: “Бөтә нәҫелебеҙ исеменән Сергей Прокудин-Горскийға рәхмәтлебеҙ. Беҙ шатбыҙ уның шундай ҙур эш ҡалдырыуына. Була бит шундай ир аҫылдары”.

Айгөл Яппарова, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе: “Ул юҡҡа ғына үҙенең героиняһы итеп беҙҙең Фәрхинәз ҡартасәйебеҙҙе һайламағандыр. Ул шул тиклем эпостарҙы ятҡа белгән: Урал батырҙы, Аҡбуҙатты ятҡа һөйләгән”.

Рус география йәмғиәте, Салауат районы һәм "Янғантау" шифаханаһы дирекцияһы республика милли музейында бөгөнгө күргәҙмә асылһын өсөн ҙур тырышлыҡ һалған. "Янғантау" геопаркына арналған күргәҙмә өс аҙна дауамында эшләйәсәк. Мәктәп уҡыусылары, студенттар, крайҙы өйрәнеүселәр һәм тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн күргәҙмәләге бер быуат элек төшөрөлгән фотоһүрәттәр аша тарихи үткәндәрҙе ентекле өйрәнергә мөмкинлек бирә.

Римма Ғәлиева, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма директоры: “Был беҙҙең республикала "Янғантау" геопаркының беренсе исем туйы. Күргәҙмә өс өлөштән тора. Бында "Янғантау" шифаханаһы тәбиғәте, батша фотографы Прокудин-Горскийҙың Яхъя ауылында төшөрөлгән фоторәсемдәре ҡуйылған. Күргәҙмә өс аҙна дауамында эшләйәсәк. Беҙ бөтәһен дә ошо фотоһүрәттәр менән танышыуға көтөп ҡалабыҙ”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Республиканың милли музейында

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа