Башҡортостан делегацияһы Силәбе өлкәһенең 85 йыллыҡ юбилей байрамында ҡатнашты

Башҡортостан делегацияһы Силәбе өлкәһенең 85 йыллыҡ юбилей байрамында ҡатнашты https://bash.news/news/88340_bashortostan_delegaciyay_silbe_lkene_85_jylly_yubilej_bajramynda_atnashty
19 ғин 2019, 20:40

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов етәкселегендә улар иң беренсе күрше төбәктәге Башҡортостан вәкиллеге эшмәкәрлеге менән танышты.

Артабан фекер алышыу Силәбе өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы ағзалары менән берлектәге түңәрәк өҫтәл артында дауам итте. Унда ҡатнашыусылар һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә, көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу һәм эшкәртеүгә ҡағылған киҫкен мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Ултырышта ҡаралған төп темаларҙың береһе: 2020 йылда Силәбелә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары.

Төбәктең спикеры Владимир Мякуш билдәләүенсә, Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙы ойоштороу буйынса бай тәжрибәгә эйә, шуға ла хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәһе емешле булыр, тип ышана улар. Сара Силәбе өлкәһенең 85 йыллыҡ юбилейы уңайынан әҙерләнгән бай концерт программаһы менән тамамланды.

Автор: Фәниә Юланова.

Башҡортостан делегацияһы Силәбе өлкәһенең 85 йыллыҡ юбилей байрамында ҡатнашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд