Пациенттар яуаплылыҡ тойорға тейеш

Пациенттар яуаплылыҡ тойорға тейеш https://bash.news/news/88341_pacienttar_yauaplyly_tojora_tejesh
19 ғин 2019, 20:41

Өфө поликлиникаларының медицина хеҙмәткәрҙәре сиратта урын алып та табипҡа күренмәгән ауырыуҙарға ҡарата ҡәтғи саралар күреү яҡлы. Был осраҡ, аҡ халатлыларҙы алдан иҫкәртмәүселәргә ҡағыла. Күҙәтеүҙәрҙән күренеүенсә, талондарҙың өстән бере раҫланмай.

Хәлде пациент менән телефондан алдан һөйләшеү ҙә еңеләйтә алмай. Ғәҙәттә, табипҡа күренергә ике аҙна алдан яҙылыусыларҙың 80 проценты ғына дауалау учреждениеһына килә.

Динар Вәлиуллин, Өфөнөң 1-cе поликлиникаһы баш табибы: “Өстән бер өлөш пациенттар табип ярҙамына мохтаж икенсе пациенттарҙың мөмкинлектәрен сикләй, икенсенән, күптәр бөгөн дәүләт хеҙмәттәре менән ҡуллана, ул процесты көсәйтергә һәм мөмкин тиклем пациенттар менән бәйләнеште булдырып, иҫкәрмәләр ебәрергә кәрәк”.

Әнисә Ишмөхәмәтова, Өфөнөң 1-cе поликлиникаһы терапевты: “Тәүҙә тере сират буйынса ҡабул итеү ҙә халыҡҡа оҡшаманы, хәҙер яҙылып та... Хәҙерге ваҡытта ваҡыт иң ҡәҙерле нәмә. Һәр кем ваҡытында килһә, үҙенә лә, ҡалғандарға ла уңайлы була”.

Динар Вәлиуллин был тәҡдим менән Дәүләт - Йыйылышы Ҡоролтайҙың профилле комитеты ултырышында сығыш яһаған. Бындай етешһеҙлеккә ҡаршы көрәшеүҙең бер ысулы, пациенттарҙы ҡабул итеү ваҡытына бер-ике көн алдан яҙыу. Закон сығарыусылар иһә был мәсьәләне февралдә ҡараясаҡ. Пациенттар менән эшләүгә, страховка компанияларын ла йәлеп итергә кәрәк, тигән фекерҙә дәүләт вәкилдәре.

Римма Үтәшева, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары: “Страховка ойошмалары һәм агентсволары бар, улар был эшкә йәлеп ителергә тейеш. Февралдә комитет ултырышы була, был мәсьәләне беҙ уйға алдыҡ, страховка ойошмаларын ауырыуҙар артынан йүгертербеҙ, тип уйлайбыҙ”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Пациенттар яуаплылыҡ тойорға тейеш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд