Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылы мәктәбендә төҙөкләндерелгәндән һуң спорт залы асылды

Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылы мәктәбендә төҙөкләндерелгәндән һуң спорт залы асылды https://bash.news/news/88343_mlez_rajony_rge_yuldash_auyly_mktbend_tklnderelgndn_u_sport_zaly_asyldy
19 ғин 2019, 20:44

Зөбәй Үтәғолов исемендәге мәктәптә тантанаға уҡытыусылар, уҡыусылар һәм изге эштә ҡатнашлығы булыусылар йыйылды. Физкультура дәрестәре хәҙер уңайлы шарттарҙа үтәсәк. Спорт залы урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы ярҙамында ремонтланған.

Уның өсөн ауыл халҡынан һәм эшҡыуарҙарҙан аҡса йыйылған. Райондың мәғариф бүлеге лә аҡса бүлгән. Маҡсатлы проект ярҙамында 800 мең һум тотонолған.

Сәриә Ишһарина, Ергән дөйөм белем биреү мәктәбенең Үрге Юлдаш ауылы филиалы мөдире: “Ауыл халҡы йыйынында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы ярҙамында спорт залын һәм бәҙрәфте ремонтлауҙы хуплап сыҡты. Халыҡҡа рәхмәт”.

Программа буйынса тупланған аҡсаға шулай уҡ мәктәптә йылы бәҙрәф булдырылған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр республика етәксеһе мәктәптәрҙә ошо мәсьәләгә иғтибар итергә ҡушҡайны.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылы мәктәбендә төҙөкләндерелгәндән һуң спорт залы асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Банер уфимская волна