Өфөлә рөхсәтһеҙ мәке уйып дини йола үтәүселәр контролдә тотолдо

Өфөлә рөхсәтһеҙ мәке уйып дини йола үтәүселәр контролдә тотолдо https://bash.news/news/88345_fl_rxste_mke_ujyp_dini_jola_tselr_kontrold_totoldo
19 ғин 2019, 20:46

Быға бәйле, бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре махсус рейдҡа сыҡты. Йылғалағы бер кеше лә, бер урын да иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Бәхеткә, тәртип боҙоусылар теркәлмәне. Белгестәр махсус билдәләнмәгән урындарҙа һыу инеү күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереү ихтималлығы менән бәйләй.

Хәсән Хафизов, Башҡортостандың бәләкәй суднолар буйынса баш дәүләт инспекторы: “Беҙҙә бар ерҙә лә иркенлек. Шулай ҙа был халыҡ ҡайҙа теләй шунда мәке уйып, йолаһын үтәй ала тигәнде аңлатмай. Бының өсөн махсус урындар билдәләнгән. Унда ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, медицина белгестәре эшләй”.

Өфөлә, ғөмүмән, православ динлеләрҙең йолаһы өсөн дүрт махсус урын билдәләнгән. Ул Һалдат, Ҡашҡаҙан күлдәре, Нижегородҡа ҡасабаһы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы, Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркындағы быуа.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Өфөлә рөхсәтһеҙ мәке уйып дини йола үтәүселәр контролдә тотолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA