Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе Камаловтар ҡаргиҙәр машина йыйған

Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе Камаловтар ҡаргиҙәр машина йыйған https://bash.news/news/88347_yrmyaly_rajonynda_jshse_kamalovtar_argir_mashina_jyjan
19 ғин 2019, 20:48

Үҙенсәлекле техника урманға йөрөү өсөн ҡулайлы. Һәүәләй ауылы урамы буйлап бындай техника тәүгә йөрөй. Ят транспорт Нурфәйез Фуат улының ижад өлгөһө. Кабина эсендә йылы, машина сәғәтенә 60 саҡырым тиҙлек йыя ала.

Алтын ҡуллы оҫта тәүҙә "Ода" машинаһы һатып алған. Йыл буйы тырышҡандан һуң, ниһайәт, хыялдағы транспорт төрө килеп сыҡҡан. 92-се маркалы бензин менән эшләгән машина гусеницаһы ярҙамында ҡарға батмай йөрөй.

Нурфәйез Камалов, уйлап табыусы: “Ҡаргиҙәр менән һыуыҡ. Интернеттан ҡарап машина йыйҙым. Гусеницаны эшләүе ҡыйын юулды”.

Ҡыш урманға, балыҡҡа йөрөү өсөн бик уңайлы, ти, уҙаман үҙенең тимер атын. Һынап та ҡарағандар. Ғаилә туғайға барып балан йыйып алып ҡайтҡан. Нурфәйез Камаловтың был тәүге эше түгел. Көнкүрештә кәрәкле ҡорамалдарҙы ла ул үҙе йыйырға күнеккән.

Техниканы тотош ғаилә менән эшләгәндәр, тиһәң дә була. Йәйгә уны хаки төҫөнә буямаҡсылар. Ҡаргиҙәр машинаны күреп һунарсылар һәм балыҡсылар һатып алырға теләк белдергән дә инде. Әммә оҫта күҙ нурҙары түгеп һәр шөрөбөн үҙе борған машинаһын әлегә бер ниндәй хаҡҡа ла һатырға теләмәй.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе Камаловтар ҡаргиҙәр машина йыйған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа