Өфө ике көнгә көнсығыш бейеүҙәре мәккәһенә әүерелде

Өфө ике көнгә көнсығыш бейеүҙәре мәккәһенә әүерелде https://bash.news/news/88348_f_ike_kng_knsyysh_bejere_mkken_erelde
19 ғин 2019, 20:50

"Алмаз" халыҡ-ара көнсығыш бейеүҙәре фестивалендә Рәсәйҙең 55 ҡалаһы һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре ҡатнаша. Фестивалде ойоштороусылар билдәләүенсә, Рәсәй, Украина, Америка Ҡушма штаттары, Ираҡтан килгән бейеү белгестәренән торған абруйлы жюри меңдән ашыу сығышты баһалаясаҡ.

Конкурсанттарҙан иң ҙур төркөм Һамар ҡалаһынан. Меңәр саҡрымдар үтеп килеүсе ҡыҙҙар көнсығыш бейеүҙәренә маһирлығын күрһәтеүҙән тыш, оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнашасаҡ.

Нәркәс Бохарбаева, Көнсығыш бейеүҙәре буйынса халыҡ-ара конкурста ҡатнашыусы: “Биш йәштән шөғөлләнәм. Был бейеүҙе бик яратам. Мин төрлө фестивалдәргә йөрөйөм. Иң яратҡаны -Өфөлә үткән "Алмаз" фестивале. Көнсығыш бейеүҙәре ҡыҙҙарҙың бөтә марурлығын күрһәтә”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфө ике көнгә көнсығыш бейеүҙәре мәккәһенә әүерелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд