«Тамсы»ларҙан моң тама

«Тамсы»ларҙан моң тама https://bash.news/news/88349_tamsylaran_mo_tama
19 ғин 2019, 20:51

Туймазы балалар һәм үҫмерҙәр ижад йортоноң "Тамсы" вокаль ансамбле тәрбиәләнеүселәре Бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урын яуланы. Иванов ҡалаһында үткән бәйгелә яҡташтарыбыҙ баһалама ағзалары һәм тамашасы күңелен халыҡ йырҙарын башҡарып арбаған.

Йәш йондоҙҙарҙың юғары кимәлдәге музыка бәйгеләрендә һынау тотоуы һәм еңеү яулауы беренсегә түгел. Шулай ҙа ансамбль етәксеһе билдәләүенсә, һәр бер конкурс малай-ҡыҙҙарға дәрт, илһам өҫтәй. "Тамсы" вокаль ансамбле Туймазыла 2001 йылдан уңышлы эшләп килә. Коллективта биш йәштән 18 йәшкәсә ҡыҙҙар-егеттәр шөғөлләнә.

Әлеге ваҡытта ансамблдә барлығы 70 бала улар башлыса Туймазы ҡалаһынан. Ижади төркөмдә шөғөлләнеү ҡыҙҙар-егеттәргә ҙур сәхнәгә сығыу мөмкинлеге лә бирә. Ивановта ойошторолған конкурста Башҡортостан данын яҡлаусы ҡыҙҙар соло номинацияһында ла һынатмай.

Аделина Шәймөхәмәтова, "Тамсы" ансамбле тәрбиәләнеүсеһе: “Геленджикта үткән конкурста ла, Иванов ҡалаһында ла мин лауреат исемен алдым. Бик шатмын”.

Автор: Фәниә Юланова.

«Тамсы»ларҙан моң тама

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA