Башҡортостанда яңы янғын һүндереү депоһы төҙөлөшө тамамланды

Башҡортостанда яңы янғын һүндереү депоһы төҙөлөшө тамамланды https://bash.news/news/88383_bashortostanda_yay_yanyn_ndere_depoy_tlsh_tamamlandy
21 ғин 2019, 10:12

Баймаҡ районы Темәс ауылында яңы янғын һүндереү депоһы асылды. Объект «Башҡортостандың 100йыллығына- 100 объект» программаһы буйынса төҙөлә. Яҡын арала ҡотҡарыусылар яңы бинаға күсәсәк.

Башҡортостанда яңы янғын һүндереү депоһы төҙөлөшө тамамланды
Башҡортостанда яңы янғын һүндереү депоһы төҙөлөшө тамамланды

Артем Ковшов билдәләүенсә, был депо республикала берҙән-бер янғын хәүефһеҙлеге объекты булмаясаҡ. Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта төбәктә яңы биналар төҙөлә. Мәҫәлән, тиҙҙән Кушнаренко ауылында яны янғын һүндереү бүлеге үҙ эшен башлаясаҡ.

Ағымдағы йылдың өсөнсө кварталында Кушнаренкола тағы ла бер янғын һүндереү бүлеген асыу ҡаралған, шулай уҡ, Ғафури районы Красноусол ауылында янғын һүндереү-ҡотҡарыусылар часе төҙөлөшө буйынса проект эштәрен башҡарыу күҙаллана.

Артем Ковшов

Спутник FM
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Банер уфимская волна