Сибайҙа мутлашыусылар әүҙемләшә

Сибайҙа мутлашыусылар әүҙемләшә https://bash.news/news/88406_sibaja_mutlashyusylar_emlsh
21 ғин 2019, 14:36

Интернет селтәрендә,Сибайҙың экологик торошона һылтанып, мутлашыусылар әүҙемләшә. Социаль селтәрҙәрҙә ҡалаға килгән Өфө табиптарына сиратһыҙ эләгергә мөмкин, тигән хәбәр тарала. Бының өсөн бер мең һум күләмендә хаҡ һорайҙар.

Сибайҙа мутлашыусылар әүҙемләшә
Сибайҙа мутлашыусылар әүҙемләшә

Дүшәмбе, 21 ғинуарҙа, Сибайҙа бер аҙна дауамында халыҡты ҡабул иткән башҡала медицина хеҙмәткәрҙәре урынына тағы ла бер табиптар төркөмө килде. Улар араһында пульмонологтар, аллергологтар, онкологтар, педиатрҙар, токсикологтар бар. Табиптарға яҙылыу ҡыҙыл бәйләнеш телефоны аша бара. Ҡабул итеү бушлай.

Урында йәшәүсе ҡатын социаль селтәрҙә табипҡа яҙыла алмауы тураһында хәбәр итә. Быға яуап итеп, билдәһеҙ ҡулланыусы, бер мең һум түләгән осраҡта,табипҡа сиратһыҙ эләгергә мөмкин икәнен белдерә. Ҡатын аҡса ебәргәндән һуң, мутлашыусы юҡҡа сыға.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем мутлашыусылар Сибай халҡына Ҡырымға юлламалар һата башлауы тураһында хәбәр сыға. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева белдереүенсә, юлламалар бушлай бүленә. Сибайҙа урамдар теҙмәһе билдәләнгән. Был йорттарҙа йәшәүсе балалар Ҡырымға йүнәләсәк.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд