Сибай ҡалаһында һауалағы көкөрт диоксиды миҡдарының урыны менән бер нисә тапҡырға артыуы теркәлә

Сибай ҡалаһында һауалағы көкөрт диоксиды миҡдарының урыны менән бер нисә тапҡырға артыуы теркәлә https://bash.news/news/88410_sibaj_alaynda_auala_kkrt_dioksidyny_artyuy_terkl
21 ғин 2019, 14:57

21 ғинуарҙа 12.00 сәғәткә ҡарата, Сибайҙа лаборатория хеҙмәткәрҙәре һауалағы көкөрт диоксиды миҡдарының урыны менән 19 тапҡырға артыуын хәбәр итә. Иҫкәрмәне Сибай ҡала хакимиәте баҫтыра.

Сибай ҡалаһында һауалағы көкөрт диоксиды миҡдарының урыны менән бер нисә тапҡырға артыуы теркәлә
Сибай ҡалаһында һауалағы көкөрт диоксиды миҡдарының урыны менән бер нисә тапҡырға артыуы теркәлә

Документҡа ярашлы, һауала көкөрт диоксиды миҡдары Нуриманов, ур. 9/1 - 19 тапҡырға; Таусылар пр.- Ленин урамы тыҡрығында- 4,8 тапҡырға; Ленин урамы-Пионерҙар ур.тыҡрығында- 2,8 тапҡырға; С.Юлаев ур.-Матросов ур.тыҡрығында- 10,4 тапҡырға; Белов ур.-Чайковский ур. тыҡрығында- 2,8 тапҡырға; Белов ур.-Таусылар проспекты тыҡрығында- 2,4 тапҡырға артыуы күҙәтелә.

Белгестәр урындағыларға һыуҙы күберәк эсергә, ауыҙ-күҙҙе,танауҙы сайҡатырға кәңәш итә.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество