Өфөлә йәшәүсе ир боҙ аҫтына киткән биш йәшлек малайҙы ҡотҡара

Өфөлә йәшәүсе ир боҙ аҫтына киткән биш йәшлек малайҙы ҡотҡара https://bash.news/news/88414_fl_jshse_ir_bo_atyna_kitkn_bish_jshlek_malajy_otara
21 ғин 2019, 15:49

Ваҡиға уҙған шәмбе, 19 ғинуарҙа, Инорс биҫтәһендә теркәлә. Был көндө балалар Өфө йылғаһы яры буйында сана шыуалар. Уйын ваҡытында, малай боҙ аҫтында ҡала. Бәхеткә, биш йәшлек бала зыян күрмәй.

Өфөлә йәшәүсе ир боҙ аҫтына киткән биш йәшлек малайҙы ҡотҡара
Өфөлә йәшәүсе ир боҙ аҫтына киткән биш йәшлек малайҙы ҡотҡара

Биш йәшлек малайҙың атаһы,Урал Исмәғилов һүҙҙәренсә, уның улы Тимур дуҫы Дима менән аҫҡа ҡарай шыуып төшә. Артабан, малайҙар,боҙ буйлап,ярҙан йырағыраҡ китә.Шул мәлдә, бала боҙ аҫтында ҡала. Иптәше юғалып ҡалмай, Тимурҙың ҡулынан тотоп, ололарҙы ярҙамға саҡыра. Диманың ата-әсәһе биш йәшлек малайға боҙло һыуҙан сығырға ярҙам итә.

Диманың атаһы баланы һыуҙан сығара. Бәхеткә, барыһы ла яҡшы тамамлана. Баланың атаһы ҡотҡарыусының исемен һорарға онота. Бер аҙҙан, ир, интернет селтәрендә ҡыйыу малайҙың атаһын табышырға ярҙам һорай.

-Барыһына ла ҙур рәхмәт. Батырҙар табылды. Бөгөн кис көнө уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә барасаҡмын, - тип хәбәр итте Өфөлә йәшәүсе ир.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество