Башҡортостанда һауа торошоноң насарайыуы тураһында иҫкәртәләр

Башҡортостанда һауа торошоноң насарайыуы тураһында иҫкәртәләр https://bash.news/news/88415_bashortostanda_aua_toroshono_nasarajyuy_turaynda_ikrtlr
21 ғин 2019, 15:59

Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын һауа торошоноң насарайыуы тураһында иҫкәртә. Ҡотҡарыусылар мәғлүмәттәре буйынса, 21 ғинуарҙың 20.00 сәғәтенән алып киләһе көндөң 20.00 сәғәтенә тиклем Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә. Урыны менән көслө яуым-төшөм күҙәтеләсәк.

Башҡортостанда һауа торошоноң насарайыуы тураһында иҫкәртәләр
Башҡортостанда һауа торошоноң насарайыуы тураһында иҫкәртәләр

Шулай уҡ, ҡотҡарыусылар белдереүенсә, юлдарға көрт һалыуы, күреү һәләте насарайыуы ихтимал. Ел секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫәсәк, ваҡыты менән секундына17 метрға тиклем көсәйәсәк.

Төбәк ҡотҡарыусылары водителдәргә алыҫ юлдарға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд