Башҡалала ғинуар айы өсөн коммуналь түләү ҡағыҙҙарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса яңы хеҙмәт өсөн хаҡ билдәләнә

Башҡалала ғинуар айы өсөн коммуналь түләү ҡағыҙҙарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса яңы хеҙмәт өсөн хаҡ билдәләнә https://bash.news/news/88418_bashalala_inuar_ajy_sn_kommunal_tl_ayarynda_aty_knkresh_aldytary_menn_esh_ite_bujynsa_yay_xemt_sn_xa_bildln

Башҡалала йәшәүселәргә ғинуар айы өсөн коммуналь түләү ҡағыҙҙарында сүп-сар менән эш итеү өсөн иҫәп килә башланы. Йәшәү урынына теркәлгән һәр кеше бер ай хеҙмәтләндереү өсөн өсөн етмеш һум түләргә бурыслы.

Башҡалала ғинуар айы өсөн коммуналь түләү ҡағыҙҙарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса яңы хеҙмәт өсөн хаҡ билдәләнә
Башҡалала ғинуар айы өсөн коммуналь түләү ҡағыҙҙарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса яңы хеҙмәт өсөн хаҡ билдәләнә

Өфө ҡала хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, быға тиклем 1-се һанлы төбәк операторы эшмәкәрлеге биләмәһендә урынлашҡан райондарҙа (Өфө, Архангел,Благовар,Благовещен,Балаҡатай, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Нуриман, Мәсетле, Салауат, Шишмә һәм Өфө райондары ),быға тиклем дә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса хеҙмәт ойошторолған. Урындарҙа хеҙмәт хаҡы бер кешенән етмеш һум тәшкил итә. Ә быға тиклем сүп-сар сығарылмаған биләмәләрҙә бер кеше утыҙ биш һум түләйәсәк.

Башҡалала йәшәүселәр тулыраҡ мәғлүмәт менән киләһе телефон һандары аша мөрәжәғәт итә ала:

8-800-347-80-03 и 8-986-704-40-88 – хеҙмәт күрһәтеү сифаты һорауҙары; 8-800-775-776- хеҙмәт өсөн хаҡ билдәләү һорауҙары буйынса, 8-937-845-28-42- Торлаҡ һәм төҙөү артынан күҙәтеү дәүләт комитеты, (347) 223-32-80- республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы, (347) 218-03-90- БР-ҙың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Спутник FM
Новости партнеров