Бөгөн Сибай ҡалаһына Өфөнән тағы ла 32 табип килде

Бөгөн Сибай ҡалаһына Өфөнән тағы ла 32 табип килде https://bash.news/news/88440_bgn_sibaj_alayna_fnn_tay_la_32_tabip_kilde
21 ғин 2019, 21:31

Улар аҙна дауамында сирлеләргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Әммә урындағы халыҡ ҡыҙыу линия аша аҡ халатлыларға яҙыла алмауына зарлана. Алдан хәбәр ителгән 5-04-45 телефон һандары буйынса һуңғы ваҡытта бер нисек тә шылтыратып булмай. Уның ҡарауы, ҡалала мутлашыусыларҙың әүҙемләшеүе теркәлгән.

Бөгөн бер нисә кеше полицияға ғариза яҙҙы. Улар әйтеүенсә, еңел юл менән байырға теләүселәр Өфө табиптарына яҙылыу өсөн 1 мең һум аҡса һораған.

Гөлшат Оморҙаҡова, Сибай ҡалаһында йәшәүсе: “Сәғәт 9-ҙан һуң миңә Милена Петрова тигән кемдер берәү смс хәбәр ебәрҙе. Ул табибҡа яҙылыу өсөн 1 мең һум аҡса һорай. Уның менән хәбәрләшә башланым. Һуңынан регистратураға шылтыратып кем ул Милена Петрова тип һораным. Улар миңә был хәбәр дөрөҫ түгел тине. Бына полицияға килдем, дауахана етәкселегенә мөрәжәғәт иттем”.

Медицина хеҙмәткәрҙәре Сибай халҡына барлыҡ ҡабул итеүҙәрҙең дә бушлай булыуы тураһында иҫкәртә. Шулай уҡ әлеге ваҡытта диңгеҙ һауаһын һуларға юлланасаҡ балаларҙың исемлеге төҙөлә. Бөгөнгә яҡынса 250 уҡыусының исеме билдәле лә инде. Уларҙың барыһы ла ағыулы еҫ сығарыусы карьерға яҡын урынлашҡан урамдарҙа йәшәүселәр.

Автор: Илдар Байбулатов.

Бөгөн Сибай ҡалаһына Өфөнән тағы ла 32 табип килде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна