Бөгөндән һөт ҡушылып яһалған эсемлектәргә махсус билдә төшөрөләсәк

Бөгөндән һөт ҡушылып яһалған эсемлектәргә махсус билдә төшөрөләсәк https://bash.news/news/88443_bgndn_t_ushylyp_yaalan_esemlektrg_maxsus_bild_tshrlsk
21 ғин 2019, 21:35

Үҫемлек майы ҡушылған аҡ эсемлек һөт тип аталмаясаҡ. Былтыр ҡабул ителгән техник регламент үҙ көсөнә инде. Бынан ары, ул продукция тышлығында "һөт ҡушылған эсемлек" тип исемләнәсәк. Етештереү технологияһы ғөмүмән, тулыһынса күрһәтелергә тейеш. Әгәр ҙә ул теүәл башҡарылмаған осраҡта, тауарҙар магазин кәштәләренән алына.

Көндәлек тормошта ҡулланған һөт ризыҡтарына төрлө ҡатнашмалар, шул иҫәптән пальма майы ҡушылыуы бәхәсһеҙ. Был һәр кемгә мәғлүм. Был арзан үҫемлек майы етештереүселәр өсөн үтә файҙалы. Аҙыҡтың үҙҡиммәтен төшөрә, әммә ул организмға насар тәьҫир итә.

Альбина Йосопова, Башҡортостандың стандартлаштырыу, метрология һәм һынау үҙәге инженеры: “Бөгөндән закон үҙ көсөнә инде. Бынан ары, һатып алыусы һөт һәм һөт ризыҡтарын алғанда, маркировкала уның тәбиғи булыу-булмауы яҙылырға тейеш. Һөт икән һөт тип яҙылырға тейеш. Әгәр ҙә үҫемлек продуктарынан етештерелгән икән, тимәк, шундай тип билдәләнә”.

Һөт майын үҫемлек майы менән алмаштырыу тыйылмай. Әммә был осраҡта тауар һөт түгел, ә һөт продукты тип аталырға тейеш. Ул йыл башынан ғәмәлгә ингән техник регламентҡа ярашлы башҡарыла. Был төр тауарҙа махсуслашҡан предприятиеларға системаны яйға һалыу өсөн 180 көн ваҡыт бирелде. Хәҙер ул теүәл башҡарылмаған икән, һөт продукциялары магазин кәштәләренән бөтөнләй алына.

Гөлнур Ҡолһарина, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты: “Беҙҙең "Халыҡ контроле" нең эшмәкәрлеге төрлө юҫыҡта йәйелдерелгән. Һәм һөт ризыҡтарына килгәндә, әлбиттә, ниндәйҙер регламент, йә ҡағиҙәләр ҡабул итеп кенә ҡалырға кәрәкмәй, дәүләт тарафынан ниндәйҙер штраф санкцияларын да булдырыу һәм киләсәктә һөт эшкәртеүсе предприятиеларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу кеүегерәк ҡағиҙәләр булдырылһа был, әлбиттә күпкә тәьҫирлерәк булыр ине”.

Яңы ҡануниәткә ярашлы, һөт һәм һөтлө продукциялар барса халыҡҡа ла "асыҡ" булырға тейеш. Иң мөһиме уның етештереү технологияһы күрһәтелергә тейеш. Әле эш башланып ҡына тора. Шуға ла, күп кенә сауҙа нөктәһе хеҙмәткәрҙәре хәбәрҙар түгел. Әйткәндәй, бөгөндән һәр ҡулланыусы һөт продукцияларының сифатын һәм хәүефһеҙлеген күҙәтә ала. Бының өсөн Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы булдырған "ҡыҙыу линия"ға шылтыратып хәбәр итергә мөмкин. Телефон һандары: 8 800 700 9030. “Ҡыҙыу линия” көн һайые 10:00 - 16:00 сәғәт арауығында эшләй.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Бөгөндән һөт ҡушылып яһалған эсемлектәргә махсус билдә төшөрөләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа