Башҡортостанда ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы көтөлә https://bash.news/news/88444_bashortostanda_ar_yauyuy_ajyrym_rajondara_buran_syyuy_ktl
21 ғин 2019, 21:37

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн киске сәғәт 8-ҙән иртәгә ошо уҡ ваҡытҡа тиклем республикала көндөң болотло булыуы, ҡар яуыуы, урыны менән яуым-төшөмдөң көсәйеүе көтөлә. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа төндә башлыса яуым-төшөмһөҙ.

Айырым райондарҙа буран сығыуы, юлдарға көрт һалыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫә, ваҡыты менән 17 метрғаса көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә -10, -15, урыны менән -20, көндөҙ -7, -12 градус тирәһе һалҡын. Өфөлә төндә -10, -12, көндөҙ -8, -10 градус һалҡын булыуы күҙаллана. Алдағы ике көндөң һыуыҡ булыуы, урыны менән ҡар яуыуы көтөлә.

Башҡортостанда ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы көтөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд