Кушнаренко районының ветеринария станцияһы яңы автомобилдәр менән тулыланды

Кушнаренко районының ветеринария станцияһы яңы автомобилдәр менән тулыланды https://bash.news/news/88445_kushnarenko_rajonyny_veterinariya_stanciyay_yay_avtomobildr_menn_tulylandy
21 ғин 2019, 21:38

"Уаз" һәм "Лада "Ларгус" машиналары "2018-2020 йылда ветеринария станциялары базаһын нығытыу" республика программаһына ярашлы ҡайтарылды. Ике транспорт та мобиль лабораториялар, дезинфекция ҡоролмалары, дарыуҙар һәм башҡа препараттар өсөн һыуытҡыстар менән йыһазландырылған.

Әлеге ваҡытта төбәк станцияһында малдарҙың төрлө ауырыуҙары менән 30 кеше көрәшә. Табип-фельдшерҙар ни тиклем тәжрибәле булһа ла, иҫкергән техника эштә ҡамасаулыҡ итә. Шуға ла автопарктың яңыртылыуына хеҙмәткәрҙәр һөйөнә генә. Техника өсөн йылытылған махсус гараж бар, автомобилде йөрөтөү Зәлиф Мәүлитовҡа ышанып тапшырылды.

Зәлиф Мәүлитов, Кушнаренко районы ветеринария станцияһы водителе: “Был автомобиль менән ауыл ерендәге батҡаҡ-бысраҡҡа инеү ҙә ҡурҡыныс түгел. Төрлө фермаларға йөрөп буласаҡ. Насос 500 литрлы. Иҫке машинала икенсерәк ине, яңыһында бөтә уңайлыҡтар бар”.

Автор: Фәниә Юланова.

Кушнаренко районының ветеринария станцияһы яңы автомобилдәр менән тулыланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд