Өфөлә «Ер һүҙе» халыҡ-ара кинофорумының беренсе этабы башланды

Өфөлә «Ер һүҙе» халыҡ-ара кинофорумының беренсе этабы башланды https://bash.news/news/88447_fl_er_e_xalyara_kinoforumyny_berense_etaby_bashlandy
21 ғин 2019, 21:41

Яңы форматтағы ижади бәйге үҙенсәлекле тарихлы кинокартиналар төшөрөү, режиссура, драматургия өлкәһендә яңы исемдәр асыу, кино аша туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатын ҡуя. Кинофорум ижади һәм фәнни этаптарҙан тора. Унда 18 йәштән 55 йәшкәсә теләгән һәр кем эштәрен 4 февралгә тиклем ебәрә ала.

Икенсе этапҡа үткән ҡатнашыусылар кино сәнғәте йүнәлешендә махсус курстар үтеү мөмкинлеген ала, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша. Проекттың фәнни өлөшөндә тел белгестәре, психологтар, социологтар йыйылышып, йәнле әңгәмә ҡорасаҡ. Кинофорумдың ойоштороусылары: "Арҡаҙаш" төбәк йәмәғәт фонды һәм Булат Йосоповтың киномәктәбе. Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған ижади бәйге һөҙөмтәһе: 15 өр-яңы фильм. Улар тамашасы хөкөмөнә 12-14 апрелдә сыға. Проект авторҙары әйтеүенсә, "Ер һүҙе" айырыуса, йәштәргә киң мөмкинлектәр аса

Таңсулпан Бабичева, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, "Арҡаҙаш" төбәк йәмәғәт фонды президенты: “Йәштәр үҙҙәрен һынап ҡарап, йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәрен кино аша киң тамашасыға еткерә ала. Ә тамашасы ҡыҙыҡһынып, ошо форумға килеп, хатта бәхәстәр ҡора ала. Үҙҙәренең һүҙен кино аша булмаһа, осрашыуҙа әйтәсәк”.

Автор: Фәниә Юланова.

Өфөлә «Ер һүҙе» халыҡ-ара кинофорумының беренсе этабы башланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа