Туймазы районы халҡы Бөтә Рәсәй ҡар байрамында ҡатнашты

Туймазы районы халҡы Бөтә Рәсәй ҡар байрамында ҡатнашты https://bash.news/news/88449_tujmazy_rajony_xaly_bt_rsj_ar_bajramynda_atnashty
21 ғин 2019, 21:43

Спорт бәйгеһе форматында ойошторолған сара балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен, мәктәп уҡыусыларын, төрлө предприятие эшмәкәрҙәрен, күп балалы ғаиләләрҙе һәм сәләмәт тормош алып барған йәшен дә, олоһон да бер майҙанға йыйҙы. Ҡар байрамы Рәсәйҙең 40 төбәгендә үтте. Әммә ҡатнашыусылар иҫәбе буйынса республиканың Туймазы районы беренсе урында килә.

Төбәктәге сәләмәтлек акцияһына 400-ләп кеше теркәлә. Ойоштороусылар уларҙың етеҙлеген бер нисә номинацияла билдәләне. "Әсәй, атай һәм мин", "Спорт мираҫы" бәйгеләрендә уйын шарттары әллә ни ҡатмарлы булмаһа ла, ярыш көсөргәнешле барҙы. Командала ҡатнашыусылар кемуҙарҙан быйма ырғытып, саңғыла уҙышты.

Вячеслав Чернов, Туймазы районы хакимиәтенең спорт бүлеге етәксеһе: “Республикала ҡар байрамын уҙғарыу өсөн Туймазы районы осраҡлы һайланмаған. Беҙҙең төбәк акцияны юғары кимәлдә ойоштороуы менән айырылып тора. Район етәкселеге был сараға етди ҡарай, иң мөһиме ҡатнашыусыларҙың сәме, дәрте генә һүнмәһен”.

Ҡар байрамы йыр-бейеү ансамблдәре сығышы менән үрелеп барҙы. Шулай уҡ күргәҙмәгә ҡул оҫталарының үҙенсәлекле эштәре, үҙешмәкәр рәссамдарҙың һүрәттәре ҡуйылғайны. Ҡатнашыусыларға миҙалдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Автор: Фәниә Юланова.

Туймазы районы халҡы Бөтә Рәсәй ҡар байрамында ҡатнашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество