Өфө ғалимдары ДНК анализы ярҙамында сәләмәтлек программаһын төҙөй

Өфө ғалимдары ДНК анализы ярҙамында сәләмәтлек программаһын төҙөй https://bash.news/news/88463_f_alimdary_dnk_analizy_yaramynda_slmtlek_slmtlek_programmayn_tj
21 ғин 2019, 23:32

Белгестәр махсус анализдар ярҙамында кеше ғүмерен оҙайта ала. Лаборатор тикшереүҙәр ярҙамында шәхси туҡланыу программаһы билдәләнә, клиентҡа ниндәй спорт күнекмәләре рөхсәт ителгәне асыҡлана. Заманса анализ организмға кофе, спиртлы эсемлектәр һәм лактоза йоғонтоһон теүәл күрһәтә.

Баш ҡалала йәшәүсе Александра Воронова сәләмәт тормош алып барыу өҫтөндә эшләй. Бер яҡтан һаулығын хәстәрләп, икенсенән - фигура матурлығын һаҡлар өсөн. Йәш ҡыҙ күп уйлап тормай Өфө генетиктарына мөрәжәғәт итә һәм организмы тураһында яңы мәғлүмәттәр туплай.

Башҡортостан ғалимдары йыл ярым элек кенә нәҫел күҙәнәктәрен тикшереү ойошмаһын аса. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бында 70 меңдән ашыу анализ үткәрелә. Клиенттарҙың 3 проценты ғына Өфөлә йәшәүселәр, башлыса Европаның ҙур ҡалаларын, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан мөрәжәғәт итәләр.

Артем Шаронов, лаборатория етәксеһе: “Витаминдар, минералдар үҙләштереләме юҡмы икәнен ҡарай алабыҙ. Ғөмүмән, генетик тикшереүҙәр сирҙәрҙе кисектермәй, әммә етди профилактика үткәрелә. Организмда ниндәй етешһеҙлектәр бар - барыһын да алдан уҡ ҡарап насар эҙемтәләрҙе урап үтеп була”.

Анализды бирер өсөн лабораторияға килеп йөрөү кәрәкмәй - биоматериалды ҡулланыусы үҙе контейнерға һалып экспресс-почта аша ебәрә.

Сулпан Шәрипова, лаборант: “Беҙ бында ДНК тикшерәбеҙ. Тикшереүҙәргә таянып сәләмәт туҡланыу программаһын төҙөп була”.

Башҡорт дәүләт университетында ла оҡшаш лаборатория бар. Бында эшләгән ғалимдар тикшереүҙәр үткәреү менән генә сикләнмәй, улар төрлө ғилми мәғлүмәттәр туплай һәм буласаҡ генетиктарҙы әҙерләй.

Руслан Вәлиев, БДУ лабораторияһы мөдире: “Төп маҡсат — генетика өлкәһендә эшләүсе белгестәрҙе әҙерләү. Уҡыу йортонда беҙ студенттарға, магистрҙарға һәм аспиранттарға белем бирәбеҙ”.

Кешенең ДНК-һы 25 меңдән 40 меңгә тиклем ген йөрөтә. Гендарҙың үҙгәрешенә тышҡы факторҙар ҙа тәьҫир итеп мутацияға килтереүе мөмкин. Тап шул сәбәптән ҡатын-ҡыҙҙарҙа 35 һуң сирле бала табыу хәүефе арта. Ир-егеттәрҙә был хәүүеф 45 йәштән һуң билдәләнгән.

ДНК өлкәһендә булған асыштар - фәндең һәм медицинаның ҙур аҙымдар менән алға барыуын иҫбатлай. Иртә үткәрелгән ДНК тикшереүҙәр сирле балаларҙың тыуыуын кисектерә, ғүмерҙе оҙайта һәм кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшырта.

Автор: Флорида Ким.

Өфө ғалимдары ДНК анализы ярҙамында сәләмәтлек программаһын төҙөй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа