Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға кулинария дәресе үткәрелде

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға кулинария дәресе үткәрелде https://bash.news/news/88464_fl_mmkinlektre_siklngn_balalara_kulinariya_drese_tkrelde
21 ғин 2019, 23:32

Өфөнөң Дим районында мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы оло тормошҡа әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә. Дим районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр бүлеге һәм билдәле эшҡыуар Анастасия Кузьмина был эшкә тотонған да инде. Реабилитация үҙәгендә һаулыҡтарын нығытыусылар һәм дөйөм белем биреү мәктәптәрендә белем алған 8 бала кулинария буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты.

Азалия Дәүләтшинаға туғыҙ йәш. Тырыш һәм уңған ҡыҙ киләсәктә кулинар һөнәрен һайларға теләй. Ҡыҙҙың ата-әсәһе хәҙерҙән үк уны һөнәр нескәлектәренә ылыҡтыра. Кулинария буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнаша.

Айҙар Дәүләтшин, кулинария буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусы атай: “Пиццаға эслек эшләнек, ҡыҙымдың киләсәктә кулинар һөнәрен һайлауын теләйем”.

Проект дауамлы буласаҡ. Кулинария буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан балаларға сертификаттар һәм мул күстәнәстәр тапшырылды. Сара һуңында улар үҙҙәре бешергән ризыҡтарҙы тәмләп, яҡындарын һыйланы.

Анастасия Кузьмина, эшҡыуар: “Беҙ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ай һайын төрлө саралар ойошторасаҡбыҙ. Уларға ата-әсәләре менән кәңәшләшеп киләсәк һөнәрен һайлағанда ла еңел буласаҡ”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға кулинария дәресе үткәрелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа