Башҡортостанда һауа шарҙары фестивале үтәсәк

Башҡортостанда һауа шарҙары фестивале үтәсәк https://bash.news/news/88473_bashortostanda_aua_sharary_festivale_tsk
22 ғин 2019, 10:17

24- 27 ғинуарҙа Яҡты-күл ял итеү урынында һауа шарҙары фестивале уҙа. Сараға Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан командалар йыйыласаҡ.

Башҡортостанда һауа шарҙары фестивале үтәсәк
Башҡортостанда һауа шарҙары фестивале үтәсәк

Ундан ашыу аэростат һауаға күтәреләсәк. Шулай уҡ, фестивалдә ҡатнашыусыларҙы махсус сара-яҡтыртылған шарҙарҙы осороу көтөлә. Яҡшы һауа шарттары булғанда, ҡатнашыусылар Урал һырты буйлап осорға ниәтләй. Уның оҙонлоғо йөҙ саҡрымдан аша.

Сарала һигеҙ команда ҡатнашасаҡ . Өфөнән тыш, Санкт-Петербург, Набережные Челны һәм башҡа ҡалаларҙан ҡунаҡтар килеүе көтөлә.

Спутник FM
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд