Сибайҙа карьерҙы һыу менән баҫтырыуға әҙерләнәләр

Сибайҙа карьерҙы һыу менән баҫтырыуға әҙерләнәләр https://bash.news/news/88481_sibaja_karery_yu_menn_batyryua_erlnlr
22 ғин 2019, 12:04

Бөгөн,22 ғинуарҙа, Республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмә барышында Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов ҡаланың экологик хәле менән таныштырҙы. Рөстәм Афзалов һүҙҙәренсә, карьерҙы һыу менән баҫтырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Комбинат карьерҙан үҙ ҡоролмаларын алғандан һуң, был эшкә тотонасаҡтар.

Сибайҙа карьерҙы һыу менән баҫтырыуға әҙерләнәләр
Сибайҙа карьерҙы һыу менән баҫтырыуға әҙерләнәләр

Әңгәмәлә Мәскәү, Екатеринбург, Магнитогорск институттары ҡатнашты. Карьер төбөн өлөшләтә һыу менән баҫтырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Саралар 469-549 метр ҡаттарында башҡарыласаҡ. Комбинат, ҡоролмаларын алыу өсөн, 5-7 көн һораны.

Рөстәм Афзалов, Сибай ҡала хакимиәте башлығы

Карьерға һыуҙы ваҡытлыса ғына ебәрәсәктәр, артабан, эндоген процестар туҡтағандан һуң, карьер таҙартыласаҡ.

Сибай ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә ҡалаға Өфөнән тағы ла бер табиптар төркөмө килә.Ҡырымға барасаҡ балалар исемлеге төҙөлә.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа