Өфөлә мутлашыусы 1,7 млн һум күләмендә аҡса үҙләштерә

Өфөлә мутлашыусы 1,7 млн һум күләмендә аҡса үҙләштерә https://bash.news/news/88489_fl_mutlashyusy_17_mln_um_klmend_asa_lshter
22 ғин 2019, 14:01

Мутлашыуы өсөн 49 йәшлек ир иркенән мәхрүм ителә. Ғәйепләнеүсе зыян күреүсе менән интернет селтәрендә таныша. Ул үҙенең уңышлы эшҡыуар икәнен белдерә.

Өфөлә мутлашыусы 1,7 млн һум күләмендә аҡса үҙләштерә
Өфөлә мутлашыусы 1,7 млн һум күләмендә аҡса үҙләштерә

Ғәйепләнеүсе үҙенең яңғыҙ икәнен белдерә. Бер нисә осрашыуҙан һуң, ир ойошмаһында тентеү барғанын, иҫәбенә арест һалыуҙары тураһында хәбәр итә. Ул бурысҡа 1,7 млн һум күләмендә аҡса һорай. Ҡатын бер нисә банктан кредит алып, уға аҡса тапшыра.

Ысынында иһә, ир эшҡыуар булмай. Ул ҡатыны менән ҡуртымға алған фатирҙа йәшәй. Аҡса алғандан һуң, ир ҡатынға, проблемалар сәбәпле, үҙ-үҙенә ҡул һаласағы тураһында хәбәр итә. Шул саҡ, зыян күреүсе үҙенең мутлашыусы тоҙағына эләккән аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Суд ҡарары буйынса, ирҙе 4,5 йылға иркенән мәхрүм итәләр.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд