Өфөлә тимер юлы сатында ярҙамға мохтаж ҡатынды ҡотҡаралар

Өфөлә тимер юлы сатында ярҙамға мохтаж ҡатынды ҡотҡаралар https://bash.news/news/88491_fl_timer_yuly_satynda_yarama_moxtazh_atyndy_otaralar
22 ғин 2019, 14:22

56 йәшлек ҡатын ярҙамға мохтаж була. Ҡотҡарыусыларға ир шылтыратып, тимер юлы сатында бер ҡатынды табыуы тураһында хәбәр итә.

Өфөлә тимер юлы сатында ярҙамға мохтаж ҡатынды ҡотҡаралар
Өфөлә тимер юлы сатында ярҙамға мохтаж ҡатынды ҡотҡаралар

Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына йүнәлә. Шул уҡ ваҡытта, тағы ла ике егеттән шылтыратыу ҡабул ителә. Ҡотҡарыусылар килгәнсе, егеттәр ҡатынды Сафронов юлына алып төшә.

Һыуыҡҡа өшөп-туңған 56 йәшлек ҡатынды дежур автомобилгә ултырталар. Артабан тиҙ ярҙам машинаһы уны дауаханаға оҙата. Әлеге ваҡытҡа, ҡатындың нисек тимер юлына барып эләгеүе билдәһеҙ.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд