Республикала пассажирҙар ултырған автобус юл-транспорт ваҡиғаһына эләгә

Республикала пассажирҙар ултырған автобус юл-транспорт ваҡиғаһына эләгә https://bash.news/news/88494_respublikala_passazhirar_ultyran_avtobus_yultransport_vaiayna_elg
22 ғин 2019, 14:48

Бөгөн, 22 ғинуарҙа, республикала пассажирҙар автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ-Раевка юлында НефАЗ автобусы юлдан төшөп китеп, түңкәрелә. Һөҙөмтәлә, бер кешелә һәләк булмай.

Республикала пассажирҙар ултырған автобус юл-транспорт ваҡиғаһына эләгә
Республикала пассажирҙар ултырған автобус юл-транспорт ваҡиғаһына эләгә

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, транспорт сараһы Стәрлетамаҡтан Набережные Челны ҡалаһына хәрәкәт иткән. Автобус салонында 13 кеше була. Пассажирҙарға автобус бүленә, улар үҙ юлын дауам итә. Юл-траснпорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр юҡ.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлек эсендә туғыҙ авария теркәлә, уларҙа ун кеше тән йәрәхәттәре ала.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна