Республикала полиция хеҙмәткәренә ришүәт тәҡдим иткәне өсөн, ойошмаға штраф һалына

Республикала полиция хеҙмәткәренә ришүәт тәҡдим иткәне өсөн, ойошмаға штраф һалына https://bash.news/news/88499_respublikala_policiya_xemtkren_risht_tdim_itkne_sn_ojoshmaa_shtraf_alyna
22 ғин 2019, 16:06

Салауатта «Ватан» ЯСЙ-һына штраф һалына.

Республикала полиция хеҙмәткәренә ришүәт тәҡдим иткәне өсөн, ойошмаға штраф һалына
Республикала полиция хеҙмәткәренә ришүәт тәҡдим иткәне өсөн, ойошмаға штраф һалына

Прокуратура хәбәр итеүенсә, уҙған йылдың октябрь айында полиция хеҙмәткәрҙәре балиғ булмаған балаға алкоголь эсемлеген һатыу осрағын асыҡлай. Осраҡ «Ватан» ойошмаһы ҡараған кафела теркәлә. Язанан ҡасыу маҡсатында, ойошма директоры полиция хеҙмәткәренә ришүәт тәҡдим итә.

Хоҡуҡ һаҡсыһы был хаҡта етәкселеккә хәбәр итә. Ойошмаға ҡарата административ эш ҡуҙғатыла. Һөҙөмтәлә, ярты миллион һум күләмендә штраф билдәләнә.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна