Өфөлә 13 йәшлек үҫмер 18-се ҡаттан ҡолап төшә

Өфөлә 13 йәшлек үҫмер 18-се ҡаттан ҡолап төшә https://bash.news/news/88506_fl_13_jshlek_mer_18se_attan_olap_tsh
22 ғин 2019, 17:46

Башҡалала күп ҡатлы йорт янында 13 йәшлек үҫмерҙең кәүҙәһе табыла. Бала Пушкин урамы, 45/ 1 адресы буйынса урынлашҡан ун һигеҙ ҡатлы йорттан ҡолап төшә. Мәктәп уҡыусыһы урында һәләк була.

Өфөлә 13 йәшлек үҫмер 18-се ҡаттан ҡолап төшә
Өфөлә 13 йәшлек үҫмер 18-се ҡаттан ҡолап төшә

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бала әсәһе менән 18-се ҡатта урынлашҡан фатирҙа була. Ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығына ваҡиға тураһында хәбәр 13:30 сәғәттә алына. Ведомство хеҙмәткәрҙәре, полиция һәм тиҙ ярҙам хеҙмәте фажиғә урынына йүнәлә. Медицина хеҙмәткәрҙәре балаға ярҙам күрһәтә алмай.

Әлеге ваҡытта фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд