Радий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының подъездар төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эшен тәңҡитләне

Радий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының подъездар төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эшен тәңҡитләне https://bash.news/news/88514_radij_xbirov_torlakommunal_xuzhalyy_ministrlyyny_podezdar_tklndere_bujynsa_basharylan_eshen_titlne
22 ғин 2019, 21:40

Сибай карьеры төбө ер аҫтындағы эндоген үҙгәрештәр тамамланғансы һыу менән тултырыла. Был турала бөгөн республика хөкүмәтендә Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Эштәр бер аҙна эсендә башланырға тейеш тип белдерҙе Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов.

Оператив кәңәшмәләрҙә республика халҡын һәм власть органдарын борсоған көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелә. Бөгөнгөһө лә башҡаларынан айырылманы. Мәғлүмәт киңлегендә әле Сибай ҡалаһындағы экологик хәл һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү беренсе урындарҙы биләй. Шуға ла кәңәшмә көн тәртибендәге тәүге мәсьәлә көкөрт диоксиды бүленеп сыҡҡан карьерҙағы эштәргә бәйле булды. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов оҙаҡҡа һуҙманы.

Урал аръяғында һауа бысраныу сығанағы тип иҫәпләнгән баҡыр каррьерының төбө мәғдән тынысланғансы һыу менән тултырыла. Был кәңәште бер юлы дүрт институт белгестәре еткергән. Эш бер аҙна самаһы ваҡыт эсендә башланырға тейеш.

Рөстәм Афзалов, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары: “Было принято решение о частичном подтопление дна карьера и подземных горных выработок, залежи "Новый Сибай". Эти мероприятия будут проводится на этажах 469 - 549 метров. Пока мы так определяем. Для того, что бы данные работы начать производить, руководство комбината говорит, то, что им еще надо порядка 5- 7 дней. Что бы извлечь из шахты технологическое оборудование, кабеля и подготовить своды шахт к подтоплению”.

Радий Хәбиров республика Сибайға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер тип билдәләне. Әле төбәктә Өфөнән табиптар төркөмө эшләй. Кисә ҡалаға өҫтәмә рәүештә 32 белгес йүнәлтелде. Медицина учреждениеларында сират мәсьәләһе хәл ителгән тиерлек. Әле шулай уҡ Ҡырым шифаханаларына юллама бүленәсәк балалар исемлеге төҙөлә.

Радик Нәҙерғолов, Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибы вазифаһын башҡарыусы: “Беренсе зона буйынса беҙ исмелек төҙөнөк. Ул хәҙер коррупцияға ҡаршы комиссияға ебәрелә. Һәр исемлек ул комиссия аша үтәсәк. Исемлек раҫланыу менән беҙ ата-әсәләрҙе саҡыртып улар менән иструктаж үтәкәрәбеҙ”.

Башҡортостанда подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса күләмле программа әҙерләнә. Уны май айында башлап октябрҙа тамамлау күҙаллана. Төбәктә әле 26 мең подъезд иҫәпләнә. Әммә торлаҡ коммуналь хужалыҡ министрлығы маҡсатлы программаға индереләсәк обьекттар исемлеген һаман да төҙөмәгән. Радий Хәбиров был эште тиҙләтергә ҡушты.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Первый этап – это перечень подъездов, которые в этом году сделают. Условно говоря, глава Мелеуза должен четко понимать вот у него 2 тысячи подъездов условно говоря, которые он в этом году ремонтирует и под это мы даем деньги, правильно? Я просил, что бы этот перечень был уже сделан. Я просил, что бы этот перечень висел на сайтах администраций гродов и других источниках наших муниципалитетов”.

Ултырышта шулай уҡ ҡулланылған зәңгәр яғыулыҡ өсөн иҫәпләшеүҙәр мәсьәләһе лә күтәрелде. Башҡортостанда ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бурысты өс мәртәбә кәметеүгә өлгәшелгән. Әле ресурс менән тәьмин итеүселәргә түләмәүселәр исемлегендә күпселек өлөштә юридик шәхестәр йәғни предприятиелар ғына ҡалған. Радий Хәбиров юғары финанс яуаплылылыҡ тойоп ваҡытында иҫәпләшеүҙе хуп күргән Башҡортостан халҡына тәрән рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Радий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының подъездар төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эшен тәңҡитләне

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир