Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың президиум ултырышында утыҙҙан ашыу закон проектына төҙәтмәләр ҡаралды

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың президиум ултырышында утыҙҙан ашыу закон проектына төҙәтмәләр ҡаралды https://bash.news/news/88515_dlt_jyjylyshy_oroltajy_prezidium_ultyryshynda_utyan_ashyu_zakon_proektyna_ttmlr_araldy
22 ғин 2019, 21:41

Туберкулез сирен таратыуға юл ҡуймау маҡсатында был туралағы закон ҡәтғиләшә. Ҡанун проектына үҙгәрештәр бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың президиум ултырышында тәүге уҡыуға тәҡдим ителде. Ул инфекцион сир шиге булғандарға медицина тикшереүе уҙғарыу тураһында. Элек диспансер күҙәтеүе туберкулездан интеккән кешеләр менән бәйләнешкә ингән граждандарға ғына ҡағыла ине.

Башҡортостанда дәүләт милкен хосусилаштырыуҙа, төбәккә инвестициялар йәлеп итеүҙе әүҙемләштереү маҡсатында был тармаҡ эшмәкәрлегенә капиталь сығымдар һалыуҙы ябайлаштырыу ҡарала. Ул предприятие тарафынан тапшырыла торған документтар күләмен кәметеү һәм был процедура ваҡытын ҡыҫҡартыу тураһында.

Киләсәктә Дәүләт — шәхси патртнерлығы проекттарында ҡатнаша алыусы объекттар даирәһенең киңәйеүе мөмкин. Ғәмәлдә был төр программаға мәғлүмәт системаларын индереү күҙ алдында тотола. Шулай уҡ депутаттар республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә дәүләт һәм муниципаль милкен һатып алыу, ҡуртымға алыуға үҙгәрештәр индереү яҡлы. Мәҙәни һәм тарихи объекттарҙы һаҡлау тураһындағы республика ҡанунына ла үҙгәрештәр көтөлә. Ул һаҡлауға мохтаж объекттар булған майҙанда төҙөлөш алып барыуға бәйле. Депуттатар утыҙҙан ашыу закон проектына төҙәтмәләр ҡараны. Уларҙың күбеһе тәүге уҡыуға тәҡдим ителгән.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың президиум ултырышында утыҙҙан ашыу закон проектына төҙәтмәләр ҡаралды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна