Өфөләге агрономдар курсына республика район-ҡалаларынан 400-гә яҡын кеше килде

Өфөләге агрономдар курсына республика район-ҡалаларынан 400-гә яҡын кеше килде https://bash.news/news/88516_flge_agronomdar_kursyna_respublika_rajonalalarynan_400g_yayn_keshe_kilde
22 ғин 2019, 21:44

Биш көн дауамында белгестәр крәҫтиән-фермер хужалығы, предприятие етәкселәренә тупраҡтың уңдырышлығын арттырыу, бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы һаҡлау өсөн химик ашламалар ҡулланыу буйынса лекциялар уҡыясаҡ.

"1000 агроном" программаһы сиктәрендә икенсе йыл рәттән ойошторолған сараға быйыл республика район-ҡалаларынан 400-ләп кеше саҡырылған. Махсус курстарҙа биш төркөм теория менән танышып, белемдәрен практик күнекмәләр менән нығыта. Дәрестәрҙе Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары алып бара. Бынан тыш, Мәскәүҙән, Санкт-Петербург, Краснодар, Һамар ҡалаларынан һәм Беларусиянан да тәжрибәле белгестәр килеүе көтөлә.

Рәмил Мирсаяпов, Башҡорт дәүләт аграр университетының өҫтәмә һөнәри белем биреү институты директоры: “Тәүҙә конференция үтә, ҡалған көндәрҙә беҙ уларҙы уҡытабыҙ. Бөгөн ауыл хужалығында ниндәй яңылыҡтар бар, шулар менән таныштырып, еткерергә тырышабыҙ”.

Автор: Фәниә Юланова.

Өфөләге агрономдар курсына республика район-ҡалаларынан 400-гә яҡын кеше килде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Банер уфимская волна