Чиновниктар халыҡтың интернеттағы мөрәжәғәттәренә өс сәғәттән алып бер аҙнаға тиклем яуап бирергә тейеш

Чиновниктар халыҡтың интернеттағы мөрәжәғәттәренә өс сәғәттән алып бер аҙнаға тиклем яуап бирергә тейеш https://bash.news/news/88519_chinovniktar_xalyty_internettay_mrzhttren_s_sttn_alyp_ber_anaa_tiklem_yauap_birerg_tejesh
22 ғин 2019, 21:59

Поездың рельс тауышына инде күптән күнегелгән... ә бына биләмәлә өҫтәүенә, зыярат буласаҡ тигән яңылыҡ Өфөнөң Зинин, Жилин, Нуғай ауылдарында йәшәүселәрҙе саҡ аяҡтан йыҡмай. М-5 федераль трассаһы эргәһендәге яланда мәйеттәрҙе ерләү бер ниндәй ҙә санитар талаптарға тап килмәй тип ҡала хакимиәте тәҡдименә ҡаршы сыға халыҡ. Был тирәлә һаҙлыҡ, ер аҫты һыуҙары яҡын урынлашҡан. Үҙәк һыуүткәргес булмау сәбәпле, һәр йортта тиерлек скважина, ҡойолар ҡаҙылған. Ҡәберҙәр ер аҫты һыуҙарына зарар килтереүе лә мөмкин.

Рәйес Ибраһимов, Жилин ауылында йәшәүсе: “Әле ерҙе соҡоһаң, ярты метрҙан һыу урғыла. Бына шул һыуға килеп һалырға тейештәр имеш үлгән кешене тип - шуға беҙ аптырайбыҙ. Беҙ бит шул һыуҙы эсәбеҙ!”

Дүсә Исламова, Жилин ауылында йәшәүсе: “Бында зыярат булырға тейеш түгел. Балалар үлеп бөтә бит уның һыуын эсеп”.

Өс ауыл халҡы берләшеп, инициатив төркөм булдырғайны. Зыярат булдырыуға ҡаршы петицияға меңдән ашыу ҡултамға ҡуйыла. Ғәҙеллек эҙләп, халыҡ төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Яңылыҡтар" сығарылышында ла был киҫкен мәсьәләгә ҡарата бихисап репортаждар әҙерләнгәйне.

Әлфиә Мәхмүтова, Жилин ауылында йәшәүсе: “Беҙгә зыярат бөтөнләй кәрәкмәй. Ярай, беҙ хаҡлы ялда. Бында бит бала саға үҫә. Бына уҡыусыларҙы Нуғай ауылына автобуста мәктәпкә йөрөтәләр. Көн һайын бында тығындар була. Бер секундҡа ғына булһа ла күҙ алдына килтерегеҙ был күренеште. Күңел ауырта шул балалар өсөн”.

Урындағы халыҡ, М5 трассаһы, тимер юлы янындағы майҙанда зыярат буласағын дәүләт закупкаһы аша белеп ҡала. Октябрь башында проектлау эше ҡабул ителгән була һәм хатта, юл да һалына башлай. Прокуратура ла был эште контролгә алып, закон боҙоу осрағын теркәй.

Айгөл Константинова, Нуғай ауылында йәшәүсе: “Прокуратура предписание сығарғайны - зыяраттың төҙөлөшөн туҡтатырға. Ләкин уға ҡарамаҫтан, юл төҙөлөшө дауам итте. Беҙ унан һуң күп мөрәжәғәт иттек Радий Фәрит улы һәм Өлфәт Мансур улына, социаль селтәрҙәрҙә яҙҙыҡ. Бәхеткә күрә, беҙҙең яңы хөкүмәт халыҡты ишетте. Беҙҙең фекергә ҡолаҡ һалды. Республикала халыҡты уйлап эш иткәнен яңы Хөкүмәттең үҙебеҙҙең миҫалда күрҙек”.

Жилин һәм Зинин ауылдары эргәһендә зыярат төҙөлмәйәсәге тураһында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тәүгеләрҙән булып хәбәр иткәйне. Мэр белдереүенсә, урында йәшәүселәрҙең фекере бик мөһим. Башҡарылған проект эштәре һәм санитар-эпидемиология дәүләт экспертизалары, инженер-геологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса ошо участканың зыярат урынлаштырыу өсөн ғәмәлдәге ҡануниәт нормаларына тулыһынса тап килеүенә ҡарамаҫтан, биләмәлә зыярат булмаясаҡ, тип яҙғайны ул. Хәҙер иһә ҡәберлектәр өсөн башҡа урындар ҡарала.

Мегаполиста мәйеттәрҙе ерләү мәсьәләһе иһә киҫкен. "Көньяҡ" зыяраты ваҡытлыса ябылған. Әлегә Тимашев яғындағы "Төньяҡ" зыяраты ғына эшләй. Крематорий төҙөү проблеманы хәл итеүҙең бер юлы ине, ләкин быға йәнә халыҡ ҡаршы төштө. Мәсьәлә тағы ла ашығыс хәл итеүҙе талап итә, бында ла власть вәкилдәре менән халыҡтың килешеп эшләүе мөһим.

“Буласаҡ зыярат өсөн әлеге ваҡытта төрлө урындар ҡарала. Был беренсенән халыҡ йәшәмәгән урындар буласаҡ. Әлегә Өфө районы менән һөйләшеүҙәр алып барыла, шулай уҡ сәнәғәт урындарында. Йәғни зыярат урыны ауыл, ҡасабаларҙан йыраҡ буласаҡ”.

Марсель Байдәүләтов, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе

Һуңғы өс-дүрт айҙа республика халҡының социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәренә иғтибар айырыуса артты. Был тәү сиратта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров алып барған сәйәсәткә бәйле. Махсус рәүештә эшсе төркөм булдырыла, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә генә 65 меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән, һәр ҡайһыһы "инцидент" тип атала. Район-ҡала башлыҡтарына, урындағы үҙидаралыҡтарға талап бер - халыҡ менән һәр ваҡыт бәйләнештә булырға, уларҙың мәнфәғәттәрен ҡайғыртырға.

“Социаль селтәрҙәр республикалағы хәл-торошто күҙалларға мөмкинлек бирә. Сөнки унда биш миллиондан артыҡ аккаунт иҫәпләнә һәм көн һайын 500 меңгә яҡын ниндәйҙер мәғлүмәт барлыҡҡа килә. Икенсенән, теләһә ниндәй үҙеңде борсоған һорау буйынса тиҙ арала властҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Һәм уға яуап алырға була. Сөнки бөгөн социаль селтәрҙәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡына түгел, район хакимиәте башлыҡтары ла, төбәктең башҡарма власть органдары етәкесләре лә, хатта, табиптарҙа”.

Фәнүр Йәғәфәров, Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары

Интернетта граждандарҙың теге йәки был һорауға ҡарата ризаһыҙлығын махсус программа теркәп бара, автоматик ысул менән был мәғлүмәт компентент хеҙмәттәргә һәм вазифалы кешеләргә еткерелә. Мөрәжәғәттәр һаны буйына республикала Өфөләр алдынғылыҡты бирмәй, Шишмә, Иглин, Белорет райондарында, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында йәшәүселәр ҙә әүҙемлек күрһәтә. Иң көнүҙәк темалар араһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, медицина, юлдар торошо, социаль тәьминәт. Халыҡ яҙмаларын фото һәм видео менән дә байытып ебәрә.

“Ябай тел менән яҙырға тейештәр, әммә примитив түгел. Аңлайышлы, төшөнөрлөк, тулы мәғлүмәт булыуы мотлаҡ. Әгәр беҙ контролгә алмаһаҡ, күҙәтеүсе бар - гражданин. Ул бит тағы ла яҙыуы мөмкин - "Һеҙ 18 февралгә тиклем ҡуябыҙ тигәйнегеҙ, ҡайҙа фонарҙар?" тип. Шуға күрә халыҡ һәм намыҫ - төп контролерҙар. Ә беҙ мөрәжәғәттәрҙе еткереүҙә ярҙам ғына итәбеҙ”.

Елена Прочаковская, Республика Башлығы хакимиәте ҡарамағындағы социаль селтәрҙә халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм етәксеһе

Чиновниктар халыҡтың интернеттағы мөрәжәғәттәренә ҡатмарлығына ҡарап өс сәғәттән алып бер аҙнаға тиклем яуап бирергә тейеш. Компьютер программаһы проблема хәл ителгәндән һуң ғына һорауҙы контролдән ала. Республика етәксеһе чатына артабан рәхмәт һүҙҙәре лә килә башлай, әммә эшсе төркөм ағзалары билдәләүенсә, был төп маҡсат түгел.

Халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш бар икән, тимәк, республика ла үҫеш юлында. Барлыҡ киҫкен мәьсәләләр ваҡытында берҙәм көс менән хәл ителергә тейеш. Инцидент-менеджмент төбәктә йәшәүселәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлап сығыу менән бер рәттән власть органдарына илтеүсе тура юл -һуҡмаҡ та булып тора.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Чиновниктар халыҡтың интернеттағы мөрәжәғәттәренә өс сәғәттән алып бер аҙнаға тиклем яуап бирергә тейеш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд