Эске эштәр министрлығынын Бәләбәй районы бүлеге яны бинаға күсте

Эске эштәр министрлығынын Бәләбәй районы бүлеге яны бинаға күсте https://bash.news/news/88534_eske_eshtr_ministrlyynyn_blbj_rajony_blege_yany_binaa_kste
22 ғин 2019, 23:40

Заманса объектты файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Республика буйынса Эске эштәр министры Роман Деев ҡатнашты. Яны корпуста хоҡуҡ һағында тороусыларҙын эш сифатын яҡшыртыу өсөн бөтә унайлыҡтар ҡаралған.

Яны объекттын файҙаланыуға тапшырылыуын полиция хеҙмәткәрҙәре лә, Бәләбәй халҡы ла көтөп алған. Сөнки хоҡуҡ һағында тороусыларға әлегә тиклем 1775 йылда төҙөлгән боронғо бинала эшләргә тура килә, полиция бүлеге ҡаланын төрлө мөйөштәрендә урынлашҡан һигеҙ корпуста эшләй. Был хеҙмәткәрҙәрҙәргә, ябай кешеләргә лә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Яны бинала иһә Европа нормаларына тура килгән унайлыҡтар ҡаралған.

Ирек Әхмәҙуллин, Рәсәй эске эштәр министрлығынын Бәләбәй районы буйынса етәксеһе: “Бында күсерелгән паспортно-визовая служба, гос услуги, следствие, дознание, халыҡҡа бер справка артынан ҡала буйлап йөрөргә түгел, бөтәһе бер урынға килә”.

Радий Хәбиров яңы объекттағы шарттарҙы ҡарап сыҡты, хеҙмәткәрҙәр, ветерандар менән аралашты. Видеокүҙәтеү ҡоролмалары йәмәғәтселектен именлеген тәьмин итергә булышлыҡ итә. Заманса аппараттар ярҙамында бер ҡатмарлыҡһыҙ кешенен шәхесен белергә мөмкин, йәғни бар мәғлүмәттәрҙе бармаҡ эҙе буйынса асыҡларға була.

Бүлектең үҙ музейы ла бар, бында Бәләбәй полиция хеҙмәтенен үткәне, ҡыҙыҡлы экспонаттар менән танышырға мөмкин. Республика етәкселеге тарафынан ярҙам киләсәктә лә күрһәтеләсәк, йәмәғәтселектен именлеге һағында тороусыларға унайлы эш шарттары тыуҙырыу дауам итәсәк, тине Радий Фәрит улы.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “В целом я уже говорил, что мы тесно сотрудничаем с органами внутренних дел. И это не первое и не последнее решение республики в плане оказания помощи нашей полиции. У нас на подходе начало строительства Калининского РОВД. Эту работу мы будем продолжать”.

Роман Деев, Башҡортостан буйынса эске эштәр министры: “Здесь не просто построено здание, а выделены дополнительные средства для его благоустройства, полностью куплена необходимая мебель, многочисленная оргтехника, без которой сегодня невозможно оказывать услуги населению, проводить другие процессуальные мероприятия. Конечно же, это очень приятно. Вы видели, наверное, как у личного состава глаза горят, улыбки на лицах. Думаю, что в этом году у них и настроение работать будет, и результаты будут лучше”.

Ике ҡатлы объекттын майҙаны 4 мең квадрат метрҙан ашыу, һәр бүлмә кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырылған, улар Эске эштәр министрлығынын дөйөм базаһына тоташтырылған, йәғни хеҙмәткәрҙәр теге йәки был кеше буйынса мәғлүмәтте шунда уҡ алыу мөмкинлегенә эйә.

Яны, заманса объектты сафҡа индереүгә 300 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Финанс сығымдары республики ҡаҙнаһынан бүленгән. Хоҡуҡ һағында тороусылар әйтеүенсә унайлы эш шарттары төбәктә енәйәтселек кимәлен дә кәметергә булышлыҡ итәсәк.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Эске эштәр министрлығынын Бәләбәй районы бүлеге яны бинаға күсте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество