Радий Хәбиров Фольклор, фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советы президенты Филипп Боссан менән осрашты

Радий Хәбиров Фольклор, фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советы президенты Филипп Боссан менән осрашты https://bash.news/news/88535_radij_xbirov_folklor_festivaldr_m_tradicion_snt_ojoshmalary_xalyara_sovety_prezidenty_filipp_bossan_menn_osrashty
22 ғин 2019, 23:43

Осрашыуҙа 2020 йылда Башҡортостанда Бөтә донъя Фольклориадаһын ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, 2020 йыл Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы исеме аҫтында үтә.

Филипп Боссан билдәләүенсә, бөгөнгә Башҡортостанға 70 илдән 2 мең ярым кеше килерегә ризалыҡ белдергән. Беҙҙең республика ла оло сараға етди әҙерләнә. Ҡатнашыусыларҙың именлеген тәьмин итеү, уларҙы йөрөтөү, йәшәтеү һәм ашатыу мәсьәләләрен ентекләп өйрәнергә һәм хәл итергә кәрәк. Бөтә донъя Фольклориадаһы лайыҡлы кимәлдә үтәсәгенә шиҡ юҡ, тине Филипп Боссан.

Филипп Боссан, Фольклор, фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советы президенты: “Радий Хәбиров менән осрашыуҙа 2020 йылғы фольлориадала әле үк төрлө ҡитғаларҙан 70 ил вәкиле ҡатнашырға теләк белдереүен әйтеп үттем”.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Радий Хәбиров Фольклор, фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советы президенты Филипп Боссан менән осрашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров