Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы улы армияла һәләк булған инвалид ҡатынға ярҙам күрһәтте

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы улы армияла һәләк булған инвалид ҡатынға ярҙам күрһәтте https://bash.news/news/88536_bashortostandy_jmt_palatay_uly_armiyala_lk_bulan_invalid_atyna_yaram_krtte
22 ғин 2019, 23:44

Улы армияла һәләк булған Светлана Тейц йылытылмаған өйҙә көн күрергә мәжбүр. Иҫке мейес эшлектән сыҡҡан. Йорттоң ҡыйығынан һыу үтә. Яңғыҙы йәшәүсе ханым өсөнсө төркөм инвалиды. Хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән егеттең әсәһенә ярҙам итеү маҡсатында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы бөгөн уның өйөнә барҙы.

Шәкәр ауырыуынан интегеүсе Светлана Юрьевнаның аяҡ бармаҡтары юҡ. Ҡурҡыныс сир эҙемтәһе. Операциянан һуң креслола ултырырға тура килгән, артабан тырышып аяғына баҫҡан. Благоварҙа йәшәүсе ханым улын юғалтҡандан һуң ныҡлап ауырый башлаған. Ун йыл элек берҙән-бере армияла һәләк булған.

Светлана Тейц, Благоварҙа йәшәүсе: “Йәшерәк саҡта инәлеп йөрөргә ғорурлыҡ етмәне. Хәҙер ҡулдан килмәй. Шуға ауыл хакимиәтенә барғаным булды. Тик үтенесемде ишетеүсе юҡ”.

Өсөнсө төркөм инвалидының йәшәү шарттары насар. Ошо хаҡта интернетта мәғлүмәт таралғандан һуң Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре бөгөн уның өйөнә килде. Йорт иҫке. Мейес яғырлыҡ түгел, мөрйәһе ҡыйшайған. Ханым оло яҡты стенаға элмәле электр йылытҡысы менән йылыта.

Аш бүлмәһендә газ духовкаһы ҡапҡасы асып ҡуйылған, бәләкәй яҡ шулай йылытыла.Электрүткәргестәре лә эшлектән сыҡҡан. Шифер ҡыйыҡтан һыу үтә. Йәмәғәт палатаһы ағзалары урындағы власть вәкилдәре менән бергә өйҙө ҡарап бөтә етешһеҙлектәрҙе билдәләне.

Олег Галин, Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары: “Беҙ армияла улы һәләк булған инвалид ҡатынға ярҙам кәрәк тигәс тә юлға сыҡтыҡ. Беҙ хәлдән килгәнсә уға булышасаҡбыҙ. Бәлә менән яңғыҙын ҡалдырмайбыҙ”.

Комиссия ҡатны менән аралашып уға тағы ниндәй ярҙам кәрәклеген һораны. Теләктәрен ул ғаризаға теркәне. Артабан инде комиссия урындағы ауыл советында йыйылып проблеманы хәл итеү юлдарын барланы. Ике аҙна эсендә ауыл хакимиәте электр үткәргесте яңыртыу бурысын үҙенә алды.

Венер Авзалов, Благовар ауыл хакимиәте башлығы: “Беҙ электр үткәргестрҙе алмаштырырға сығым табабабыҙ”.

Мейесте яңынан һалыу мөмкинлеге ҡаралды. Кирбес табырға була, тик ҡыш был эшкә тотонмаҫҡа ҡарар ителде. Благовар районы ветерандар советы конвектрлы йылытыу ҡоролмаһы һатып алып бирәсәк. Ҡыйыҡты ваҡытлыса төҙөкләндерергә муниципалитет сығым бүлә, ә артабан ремонтлауҙы Йәмәғәт палатаһы республиканың Ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге менән берлектә хәл итәсәк.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы улы армияла һәләк булған инвалид ҡатынға ярҙам күрһәтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд