Стәрлетамаҡ ҡалаһында социаль карталарға бәйле пилот проекты ыңғай һөҙөмтә күрһәтә

Стәрлетамаҡ ҡалаһында социаль карталарға бәйле пилот проекты ыңғай һөҙөмтә күрһәтә https://bash.news/news/88537_strletama_alaynda_social_kartalara_bjle_pilot_proekty_yaj_mt_krt
22 ғин 2019, 23:48

Мәктәп уҡыусыларына - ҡулай электрон карталар. Стәрлетамаҡта социаль карталар менән бәйле пилот проект уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Малай-ҡыҙҙар 6 йыл дауамында ашхана, буфет хеҙмәттәре, йәмәғәт транспорты өсөн махсус карта аша түләй ала. Ә ата-әсәләр бала мәктәптәме, юҡмы икәнен күҙәтә ала.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Гөлнара Батталова ҡыҙын мәктәпкә дәрескә оҙата. Әсә кеше өсөн балаһының тәнәфестә ашханаға барырға аҡсаһы барамы, юҡмы, мәктәпкә таныш булмаған кешеләр инәме,юҡмы тип борсолаһы түгел. Бөтә мәғлүмәт электрон картала.

Гөлнара Батталова, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе: “Әлбиттә, ата-әсәләр өсөн бик уңайлы. Сөнки карталар ярҙамында ата-әсәләр балаларҙың мәктәпкә ни ваҡытта ингәнен күрә ала. Был карталар ярҙамында шулай уҡ, беҙҙең электрон белем ресурстарын ҡулланыу ҙа бик әһәмиәтле. Мәҫәлән, электрон журналдар, электрон көндәлектәр беҙҙең өсөн бик һәйбәт һәма яҡшы күренеш”.

Ҙур булмаған карта мәктәп ҡарауылсыларының эшен бер аҙ еңеләйтә - улар турникетта кем икәнен экран аша ғына ҡарап бара. Электрон карта - бигерәк тә хәүефһеҙлек яғынан уңайлы. Турникет аша үткәндә махсус система баланы фото һәм шәхси номер буйынса таный. Бындай ысул уҡыу йортона сит кешеләр инеүен кисектерә. Бала мәктәп эсенә ингәс тә ата-әсәләргә смс-хәбәр килә. Уҡыусы сәғәт нисәлә турникет аша үтеп нисәлә белем усағынан сығыуы ла өлкәндәр ҡарамағында.

Айгөл Ҡыуатова, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: “Карта ситемаһы беҙҙең гимназияға 2012-се йылда индерелде. Бик уңайлы ситема, әлбиттә”.

Ашханала уҡыусылар төшкө аш өсөн ошо карта ярҙамында түләй. Электрон хеҙмәт - беләҙек һәм брелок формаһында ла сығарыла. Уның хаҡы 100 һум алып 300 һумға тиклем. Мәктәп етәкселеге карта ярҙамында ашханала сиратта тороу ваҡыты кәмей һәм аҙыҡ-түлекте һатып алғанда уҡыусыларҙың теләктәрен билдәләү еңелерәк тип иҫәпләй.

Инна Силаньева, 4-се гимназия директоры: “Беҙҙә генә түгел, ҡаланың бөтә мәктәптәрендә лә система менән ҡулланып ҡаранылар. Картаның байтаҡ ыңғай яҡтарын билдәләргә була”.

Йәмәғәт транспортында уҡыусылар ошо уҡ карта менән иҫәпләшә. Әммә был хеҙмәттәр дәүләт автобустарына ғына ҡағыла, шуға ла малай-ҡыҙҙар ташламалы хаҡтар менән ҡуллана.

Башҡорт социаль картаһы регистры ойошмаһында проект республиканың мәғариф министрлығы менән берлектә әҙерләгән. Автоматлаштырылған система уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең һәм малай-ҡыҙҙарҙың көндәләгенә ыңғай йоғонто яһай ти проект авторҙары ла.

Азат Саҙрытдинов, Башҡорт социаль карта регистры етәксеһе: “Был проект уҡытыусыларға ярҙам итер өсөн барлыҡҡа килде. Отчеттар менән ултырғансы педагогтарҙың уҡытырға ваҡыты күберәк ҡаласаҡ”.

Бөгөн 63 мең мәктәп уҡыусыһы электрон карта менән ҡуллана. Стәрлетамаҡтан башҡа Өфөлә, Ишембайҙа һәм Ҡалтасы районында был хеҙмәттәр индерелә башлаған.

Автор: Флорида Ким.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында социаль карталарға бәйле пилот проекты ыңғай һөҙөмтә күрһәтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество