Миәкә районында шишмә таҙартылды

Миәкә районында шишмә таҙартылды https://bash.news/news/88538_mik_rajonynda_shishm_taartyldy
22 ғин 2019, 23:49

Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында совет осоронда, үҙәк канализация булмағанда ҡулланылған шишмәгә икенсе ғүмер бирелгән. Былтыр ауыл халҡы берләшеп, Октябрь урамындағы ташландыҡ шишмәне ҡороған ағастарҙан таҙартырға, эргә-тирәһен төҙөкләндерергә ҡарар иткән.

Өмә барышында 200 кубометр ҡороған ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар алынған, шишмә юлы таҙартылған. Өмәне ойоштороуҙы хаҡлы ялдағы шәфҡәт туташы Рәйсә Сәхәүева үҙ яуаплылығына алған.

Бер туған һеңлеһе Ләлә Гәрәева ғаиләһе менән күпергә төшөү юлдарын, улаҡ һәм ял эскәмйәһе төҙөтөүгә матди ярҙам күрһәткән. Тәбиғи һыу сығанағына анализ да үткәрелгән, эргә-тирәһе төҙөкләндерелгәндән бирле халыҡ хәҙер һыуҙы ошо шишмәнән ташый.

Автор: Гүзәл Борханова.

Миәкә районында шишмә таҙартылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд