Өфөлә «Совет фарфоры: сәнғәт һәм пропаганда» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә «Совет фарфоры: сәнғәт һәм пропаганда» күргәҙмәһе асылды https://bash.news/news/88539_fl_sovet_farfory_snt_m_propaganda_krgme_asyldy
22 ғин 2019, 23:52

Өфөлә совет осоро фарфор коллекцияһы. Коллекционер Валерий Мальковтың фарфор әйберҙәрҙән торған күргәҙмәһе совет осоронда етештерелгән. Яҡтыртыу индустрияһында эшләгән замандашыбыҙ фарфор статуэкаларҙы 6 йыл элек туплай башлай.

Валерий Мальков был экспонаттарҙы бөртөкләп йыйған. Һәр бер скульптура һәм һын тураһында сәғәттәр буйы ҡыҙыҡлы итеп һөйләй ала. Уның коллекцияһында совет осоронда ҡулланылған һауыт-һабанан, ваза, кубоктарҙан тыш, йәнлек-кейектәр донъяһы, әкиәт геройҙары, тормош-көнкүреше менән танышырға мөмкин.

Валерий Мальков, коллекционер: “Фарфор коллекционерҙары бөтәһе лә юғары мәҙәниәтле шәхестәр. Уларға эстетик тәрбиә һалынған, матурлыҡты тоя ләр. Минең өсөн был шөғөл -хобби. Фарфор күргәҙмәһен ойоштороу еңел түгел, мин уға өс йыл әҙерләндем”.

СССР дәүерендәге фарфор изделиелары илебеҙ тарихындағы сағыу мәҙәни күренеш. Уға иғтибар һәр ваҡытта ла бар. Юғары эстетика һәи мәҙәниәт өлгөһө булған йыһаздарҙы коллекционерҙар юҡҡа ғына керамик материалдарҙың иң яҡшыһы тип баһаламай. Улар илебеҙҙең йәмәғәт һәм сәйәси тормошона ла тығыҙ бәйләнгән. Совет граждандары фатирҙарын биҙәгән, сит ил дегегацияларына ҡәҙерле бүләк булараҡ тапшырылған. Совет заманында етештерелгән фарфор изделиелары илебеҙ тормошон һәм йәшәйешен пропагандалаған. Күргәҙмәне тамаша ҡылыусылар был скульптураларға ҡарап, үҙҙәренең бала сағын иҫкә төшөрә.

"Совет фарфоры : сәнғәт һәм пропаганда" тип аталған күргәҙмә Советтар иленең барлыҡ фарфор заводтарында етештерелгән статуэткаларҙы үҙ эсенә ала. Күргәҙмә ике ай эшләйәсәк.

Был фигураларҙы һынландырыуҙа иң һәләтле фарфорсы-рәссамдар ҡатнашҡан. 350 экспонат араһынан был шкафта йыйылғандары ғаилә ҡиммәттәренә һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә арналыуы менән ҡәҙерле.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөлә «Совет фарфоры: сәнғәт һәм пропаганда» күргәҙмәһе асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна