Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 18 йәштән өлкәндәр өсөн тамаша әҙерләй

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 18 йәштән өлкәндәр өсөн тамаша әҙерләй https://bash.news/news/88540_bashort_dlt_ursa_teatry_18_jshtn_lkndr_sn_tamasha_erlj
22 ғин 2019, 23:54

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры "Мөхәббәт мажараһы" йәки Петрушка үҙенә нисек кәләш эҙләгән?” тип аталған спектакль әҙерләй. Яңы сәхнә әҫәре 18 йәштән өлкән тамашасылар өсөн ҡуйыласаҡ. Премьера 16 февралгә тәғәйенләнгән. Тарихи персонаж аша ижади коллектив нимә әйтергә теләй? Ниндәй һорауҙар күтәрә? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Цехтағы тынлыҡты теген машиналары тауышы ғына боҙа. Һәр кем баш-көллө эшкә сумған. Рәссам-бутафор һәм башҡа ҡул оҫталарына ҡурсаҡтарҙы әүәләү, уларға кейемдәр әҙерләүҙән тыш, хатта образға ла инергә тура килә. Шунһыҙ тамашасыға оҡшаған сифатлы персонаж тыуҙырырмын тимә, ти ҡыҙҙар.

Ләйсән Мөхәмәтйәнова, рәссам-бутафор: “Эште яратырға кәрәк. Әлеге ваҡытта мин Петрушкаға ширма тегәм. Берәүһе әҙер, спектаклдә улар икәү буласаҡ”.

Мөхәббәт мажараһы, йәки Петрушка үҙенә нисек кәләш эҙләгән? премьера спектакле 18 йәштән өлкән тамашасыға тәғәйенләнгән. Персонаждар исемлегенә күҙ һалғанда, сәхнә әҫәре ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Авторҙар Елизавета II, Елена Малышева, Дональд Трамп, һәм башҡа образдар ярҙамында төртмә шаяртыуҙар менән бөгөнгө көндәге социаль мәсьәләләрҙе лә күтәрәсәк.

Һәр бер персонаж эскиздарға ҡарап, өлөшләп йыйыла. Әле ҡурсаҡтарҙы буярға ҡалған. Шулай ҙа уларға костюмдар бер үк ваҡытта тегелә, был актерҙарға спектаклгә әҙерлек өсөн кәрәк.

Театрҙың бындай форматтағы спектаклгә тотоноуы беренсегә түгел. Шулай ҙа репертуарҙа һирәк күренеш. Ололар өсөн сәхнә әҫәре актерҙарға, ғөмүмән театрға етди тәжрибә. Улар әйтеүенсә, төрлө персонаждар менән бәләкәстәрҙе ҡурҡытырмын тип хәүефләнәһе түгел, иркенләп уйнарға, көлдөрөргә, иң мөһиме оло тамашасыны уйландырырға тейеш.

Альберт Имаметдинов, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры: “Беҙҙең 70-80-се йылдарҙа репертуарыбыҙҙы ололар өсөн спектаклдәр алып тора. Беҙ ул мәлде яттан беләбеҙ, өйрәнәбеҙ һәм шул мәлде кире ҡайтарғыбыҙ килә. Уның өсөн беҙҙең хәҙер фантазия, көс тә етәрле”к.

Ижади төркөм сәнғәт һөйөүселәрҙе быйылғы, театр йылында тиҫтәгә яҡын премьера менән һөйөндөрмәксе. Спектаклдәрҙе сәхнәгә сығарыу өсөн дәүләт яғынан һиҙелерлек ярҙам бар. Алҡыштарын, хатта тәнҡит һүҙҙәрен йәлләмәгән тамашасы ғына булһын, ти коллектив.

Автор: Фәниә Юланова.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 18 йәштән өлкәндәр өсөн тамаша әҙерләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд