Өфөнөң «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә янғын сыға

Өфөнөң «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә янғын сыға https://bash.news/news/88545_fn_planeta_sauakel_asyu_gend_yanyn_sya
23 ғин 2019, 09:33

23 ғинуарға ҡараған төндә башҡаланың сауҙа үҙәктәренең береһендә янғын сыға. Хәбәр 02:58 сәғәттә алына. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр оҙатыла.

Өфөнөң «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә янғын сыға
Өфөнөң «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә янғын сыға

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сауҙа үҙәгендә ут сыға. Уны хеҙмәткәрҙәр үҙ көсө менән һүндереүгә өлгәшә. Шулай уҡ, 14 кеше үҙ аллы бинанан сыға. Ваҡиға һөҙөмтәһендә, зыян күреүселәр юҡ.

Билдәләргә кәрәк, сауҙа үҙәге автоматлаштырылған сигнал менән йыһаздандырылған була. Ҡоролма штатлы режимда эшләй. Янғын сәбәбе асыҡлана.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество