Өфөнөң Дим районы мәктәптәренә яңы автобустар бүленде

Өфөнөң Дим районы мәктәптәренә яңы автобустар бүленде https://bash.news/news/88549_fn_dim_rajony_mktptren_yay_avtobustar_blende
23 ғин 2019, 10:13

Мәғариф учреждениеларына балаларҙы ташыу өсөн өс автобус бүленде. ПАЗ автобустары 101-се һәм 113-сө һанлы мәктәптәргә, шулай уҡ,161-се һанлы лицейға тапшырылды.

Өфөнөң Дим районы мәктәптәренә яңы автобустар бүленде
Өфөнөң Дим районы мәктәптәренә яңы автобустар бүленде

Яңы автобустарында хәүефһеҙлек кимәле юғары. Транспорттар ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу һәм тиҙлекте сикләүсе ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Бындай автобустар тиҙлекте сәғәтенә алтмыш саҡрымдан да юғары күтәрә алмай.

Мәктәп автобустары республика ярҙамында алына. Башҡортостанда мәктәп автобустары паркын яңыртыуға 242 млн һум бүленә.

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA