Башҡортостанда тәүге бала өсөн айлыҡ түләү күләме артты

Башҡортостанда тәүге бала өсөн айлыҡ түләү күләме артты https://bash.news/news/88550_bashortostanda_tge_bala_sn_ajly_tl_klme_artty
23 ғин 2019, 14:17

Башҡортостанда тәүге бала өсөн пособие түләү ваҡыты оҙайтылды. Тәүге балаһы 2018 - 2019 йылда тыуған йә иһә уллыҡҡа алған ғаиләләр түләүҙәр аласаҡ. Был хаҡта Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостанда тәүге бала өсөн айлыҡ түләү күләме артты
Башҡортостанда тәүге бала өсөн айлыҡ түләү күләме артты

2019 йылда был маҡсатта республикаға федераль ҡаҙнанан 2,6 млрд һум аҡса бүленәсәк.

Беренсе бала өсөн түләү күләме 9182 һум тәшкил итәсәк. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, был 290 һумға күберәк. Пособие балаға йәш ярым тулғансы түләнә. Документтарҙы Күп функциялы үҙәк, дәүләт хеҙмәттәре порталы йә иһә Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдары аша тапшырырға мөмкин.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд