26 ғинуарҙа сираттағы ит йәрминкәләре ойошторола. Йәштәр һарайы алдында иртәнге сәғәт туғыҙҙан дүрткә тиклем халыҡҡа сифатлы продукция тәҡдим ителәсәк.
Хәбәр итеүҙәренсә, шәхси хужалыҡтарға үҙ тауарҙарын йәрминкәләргә сығарыу отошло. Ауыл халҡы үҙҙәре етештергән тауарҙарҙы тәҡдим итеп, ҡул аҡсаһы ала.
Һатыусыларҙа №2 формалағы ветеринар таныҡлыҡ йә иһә №4 формалағы ветеринар белешмә булырға тейеш. Иткә ветеринар табиптың келәймәһе һуғылырға тейеш. Һатыусыларҙың санитар кейемдә булыуы мөһим.
Фото: Интернет