Республикала һигеҙ етем бала торлаҡ ала алмай

Республикала һигеҙ етем бала торлаҡ ала алмай https://bash.news/news/88570_respublikala_ige_etem_bala_torla_ala_almaj
23 ғин 2019, 15:33

Миәкә районында прокуратура етем балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлай. Улар торлаҡ ала алмай. Законға ярашлы, етемдәр йорт менән тәьмин ителергә тейеш.

Республикала һигеҙ етем бала торлаҡ ала алмай
Республикала һигеҙ етем бала торлаҡ ала алмай

Билдәле булыуынса, 2013 -2014 йылдарҙа етемдәр урындағы хакимиәткә сиратҡа алына. Балиғ булғандан һуң, улар дәүләт иҫәбенә торлаҡ алыуға хоҡуҡлы. Район хакимиәте балаларҙы йәшәү урыны менән тәьмин итмәй.

Граждандар ятаҡта, йә иһә фатирҙы ҡуртымға алып йәшәргә мәжбүр була. Прокуратура судҡа мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә, һигеҙ етем балаға яңы йорттан фатирҙар бүленә.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Банер уфимская волна