Радий Хәбиров етәкселәрҙең яңы башланғысҡа әҙер булмауы менән ҡәнәғәт түгел

Радий Хәбиров етәкселәрҙең яңы башланғысҡа әҙер булмауы менән ҡәнәғәт түгел https://bash.news/news/88580_radij_xbirov_etkselre_yay_bashlanysa_er_bulmauy_menn_nt_tgel
23 ғин 2019, 16:10

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров подъездарҙы ремотлау эшенә етәкселәрҙең һәм белгестәрҙең әҙер булмауы тураһында белдерҙе. Төбәк Башлығы фекеренсә, башланғысты нисек итеп тормошҡа ашырыуҙы әле бер кем дә белмәй. Был хаҡта ул Instagram да хәбәр итә.

Радий Хәбиров етәкселәрҙең яңы башланғысҡа әҙер булмауы менән ҡәнәғәт түгел
Радий Хәбиров етәкселәрҙең яңы башланғысҡа әҙер булмауы менән ҡәнәғәт түгел

Программаны тормошҡа ашырыу өсөн беҙ аҡса таптыҡ, әммә улар менән ҡайҙан эш башларға, аңламайым. Тимәк, бөгөн барыһын да йыйып, подъездарҙы тикшерәсәкбеҙ.

Радий Хәбиров

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл республикала подъездарҙы төҙөкләндереү маҡсатында 1 млрд һум күләмендә аҡса бүленәсәк. Төбәктә яҡынса дүрт меңдән ашыу подъезд яңыртыласаҡ. Программа подъездарҙың стеналарын, иҙәндәрен төҙөкләндереүҙе, тәҙрәләр менән почта йәшниктәрен алмаштырыуҙы, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү ҡоролмаларын урынлаштырыуҙы һәм башҡа эштәрҙе үҙ эсенә ала.

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA