"Урал легендаһы" поездының хәрәкәт итеү теҙмәһе үҙгәрә

"Урал легендаһы" поездының хәрәкәт итеү теҙмәһе үҙгәрә https://bash.news/news/88586_ural_legenday_poezdyny_xrkt_ite_teme_gr
23 ғин 2019, 17:19

Февраль айынан алып 31 мартҡа тиклем Өфө-Яңы Абҙаҡ туристик поездының хәрәкәт итеү теҙмәһе үҙгәрә. Хәҙер юлаусыларға йөрөүө уңайлы буласаҡ. Пассажирҙарҙың күпләп мөрәжәғәт итеүе сәбәпле, теҙмә үҙгәрә.

Урал легендаһы поездының хәрәкәт итеү теҙмәһе үҙгәрә
Урал легендаһы поездының хәрәкәт итеү теҙмәһе үҙгәрә

Поезд Өфөнән урындағы ваҡыт менән 07.19 сәғәттә ҡуҙғалып, Яңы Абҙаҡҡа 13.07 сәғәткә килеп етәсәк. Кире рейс Яңы Абҙаҡтан башҡалаға 17.21 сәғәттә йүнәлә һәм 23.17 сәғәткә барып етә. Билет хаҡы 700 һум, ташламалар бар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урал легендаһы» поезды йома, шәмбе, йәкшәмбе көндәре хәрәкәт итә. Уҙған йылдың ҡышҡы миҙгелендә поезд яҡынса ун мең кешене хеҙмәтләндерә.

Спутник FM
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа