Башҡортостанда төҙөкләндереләсәк подъездар исемлеге төҙөлә

Башҡортостанда төҙөкләндереләсәк подъездар исемлеге төҙөлә https://bash.news/news/88601_bashortostanda_tklnderelsk_podezdar_isemlege_tl

Подъездарҙа ремонт барышын, аҡсаларҙың ҡайҙа йүнәлтелеүен йортта йәшәүселәр үҙҙәре күҙәтәсәк. Тамамланған эште лә торлаҡ хужалары ҡабул итмәйенсә тапшырып булмаясаҡ. Был турала Радий Хәбиров баш ҡалала йорттар торошо менән танышҡанда белдерҙе.

Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса быйыл республикала подъездарҙы төҙөкләндереү программаһы эш башлаясаҡ. Уны май айында башлап октябрҙә тамамлау күҙаллана. Әле ремонт талап ителгән йорттар исемлеген төҙөлә.

Тыштан ялтырай, ә эстән ҡалтырай. Республикала күп ҡатлы йорттарҙың шаҡтай күп өлөшөн тап ошолай тасуирларға мөмкин. Хатта, капиталь ремонт үткәрелгән хәлдә лә тыштан яңырып ҡалған өйҙәрҙең подъездары таушалып бөткән була.

Зилфир Дәүләтшин, Торлаҡ хужалығы ойошмаһы вәкиле: “Бөтә кеше тәүҙә подъезға инә. Уның ниндәй хәлдә булыуы йортҡа ингән кешенең кәйефендә лә сағыла. Ремонтланғас, тәҙрәләрҙе алмаштырғас өйҙә йылы торасаҡ”.

Хәлде көйләү маҡсатында Башҡортостанда подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса күләмле программа әҙерләнә. Әле ремонт үтәсәк йорттарҙың исемлеге төҙөлә. Республика етәкселеге яғынан был эшкә аҡсалар бүленгән дә инде. Хәҙер фатир хужаларының әүҙемлеге талап ителә.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Правительство свою часть задачи выполнило. Мы программу инициировали и самое главное деньги заложили. У нас нет рук в муниципалитетах. Это они должны провести. А муниципалитеты могут провести только если общественность будет помогать. В этом смысл программы”.

Төбәктә 26 мең подъезд иҫәпләнә. Өфөлә генә уларҙың мең ярымына төҙөкләндереү талап ителә. 126 йорт сафҡа индерелгәндән алып ремонт күргәне юҡ.

Илнур Сәғҙиев, Өфөнөң Киров районы торлаҡ хужалығы идаралығының инженер бүлеге етәксеһе: “Реимонт үтәсәк подъездарҙы халыҡтың мөрәжәғәте, торлаҡ инспекцияһы күрһәтмәләре буйынса һайлап алабыҙ. Шулай уҡ электр сымдары, коммуникациялар алмаштырылғандан һуң тәртипкә килтерелергә тейеш йорттар ҙа ошо программаға индереләсәк”.

Ремонт үтәсәк йорттар исемлеген төҙөгәндә милекселәрҙең коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү, программала ҡатнашыу мөмкинлеге лә иҫәпкә алынасаҡ. Радий Хәбиров тәү сиратта үтә таушалған подъездарға иғтибар итергә ҡушты.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Конечно нужно поддерживать активных, но это более легкая задача. Сложнее прийти в какой-то дом, где люди не организованы, где у людей нет этой культуры, вот их найти, убедить и сделать ремонт”.

Аҙна аҙағына тиклем район хакимиәттәре сайттарында төҙөкләндереләсәк подъездарҙың тулы исемлеге барлыҡҡа килергә тейеш. Унда инмәгән йорттар милекселәренә борсолорға урын юҡ. Программа киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башҡортостанда төҙөкләндереләсәк подъездар исемлеге төҙөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд