Сибай ҡалаһындағы экологик хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә

Сибай ҡалаһындағы экологик хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә https://bash.news/news/88602_sibaj_alaynday_ekologik_xlde_eemtlren_btr_dauam_it
23 ғин 2019, 21:26

Әлеге ваҡытта мәғдәнең әселәнеү күренеше күҙәтелмәй. Белгестәр күрелгән саралар хаҡында урындағы халыҡты иҫкәртеп тора. "Ҡыҙыу линия" телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Дарыуханаларҙа медицина битлектәре һәм активлаштырылған күмер таратыла. Уҙған тәүлектә Сибайҙа һауа бысраныуына зарланып дүрт кеше мөрәжәғәт иткән.

Рөстәм Афзалов, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы: “Дөйөм алғанда, кисәге көн тыныс үтте. Киске сәғәт 6-ла ғына Таусылар урамында көкөрт диоксиды 1,2 алып 2,5 тапҡырға артҡан осраҡ теркәлде, әммә сәғәт 8-ҙә һулар һауала көкөрт табылманы”.

Автор: Флорида Ким.

Сибай ҡалаһындағы экологик хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество